Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яңы сара ҡунаҡхана-туристик тармаҡҡа ярҙам итәсәк

Хөкүмәт туриндустрия инфраструктураһы өсөн өҫтәмә хаҡҡа һалымды биш йылға туҡтатып торорға ниәтләй. Әлеге ваҡытта илдә туризм өлкәһендә өҫтәмә хаҡҡа һалымдың иң юғары ставкаларының береһе (20%) ҡулланыла, шуға ла инвесторҙарҙы туризм өлкәһе артыҡ ҡыҙыҡтырмай ине. Әгәр ҙә һалым буйынса түләүҙәр туҡтатылып торһа яңы инвесторҙарҙы йәлеп итеү, туристик базалар, ҡунаҡханалар һанын арттырыу еңелләшәсәк.

Яңы сара ҡунаҡхана-туристик тармаҡҡа ярҙам итәсәк
Яңы сара ҡунаҡхана-туристик тармаҡҡа ярҙам итәсәк

Ил хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко әйтеүенсә, ҡарар "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" милли проекты сиктәрендә ҡабул ителде.

"Килеп тыуған хәлгә бәйле яҡын арала илдә ял итеүселәр һанының күпкә артыуы күҙаллана. Яңы сара ҡунаҡхана-туристик тармаҡҡа ярҙам итеп, уның тиҙ үҫеүенә шарттар тыуҙырырға мөмкинлек бирәсәк. Тәүге биш йыл - бизнесты үҫтереү өсөн иң мөһим осор. Был сығымһыҙ эшләү кимәленә сығыу осоро, шуға күрә тап ошондай осорҙа ярҙам итеү йәһәтенән төп бурыстар билдәләнде. Яңы сара тармаҡҡа инвестициялар йәлеп итәсәк, ил граждандары яҡшы ял итһен өсөн яңы объекттар барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итәсәк ", - тине Дмитрий Чернышенко.

Яңы сара ҡунаҡхана-туристик тармаҡҡа ярҙам итәсәк
Яңы сара ҡунаҡхана-туристик тармаҡҡа ярҙам итәсәк
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: