Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
27 Апрель 2022, 12:46

ҘУР ЗАВОД ОЛО САРА ҮТКӘРӘ

Башҡорт сода компанияһы йәш химиктарҙы үҫтерә Йыл һайын майҙың һуңғы шәмбеһендә Стәрлетамаҡта Ҡала көнө менән бергә Химиктар көнөн билдәләү матур традицияға әйләнгән.  Өфөлә ошо матур сараға бәйле “Оло химия аҙналығы”на арналған ҙур матбуғат конференцияһы үтте. Был мөһим сарала БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт  министры Руслан Хәбибов, БР Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығының йылылыҡ-энергетик комплекс бүлеге начальнигы Олег Тимошенко, ӨДНТУ-ның нефть-газ инжинирингы һәм һанлы технологиялар  институты  директоры, БР Фәндәр академияһы вице-президенты Рөстәм Дәминев, ӨДНТУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы директоры Владимир Ильин, шулай уҡ  ӨДНТУ деканы Фәрхәт Вилданов, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Михаил Григорьев, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һәм блогерҙар ҡатнашты. Был сарала йәнә бер ҡабат ҙур завод тарихына әйләнеп ҡайттыҡ. Бөгөнгөһөн билдәләп, киләсәк пландары тураһында ла ишеттек.

Проект  сиктәрендә  уҙғарыласаҡ  фәнни, белем-биреү һәм мауыҡтырғыс  саралар Стәрлетамаҡта  20 апрелдән 28 майға тиклем барасаҡ. “БСК” предприятиеһы етәкселеге алдағы аҙнала старт аласаҡ Химиктар көнөнә арналған саралар тураһында һөйләне. Йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса буйынса директор урынбаҫары Алина Халиҡова “Оло химия аҙналығы” проекты былтыр ҙа ғәмәлгә ашырылыуы, унда 40 меңдән ашыу кеше ҡатнашыуы тураһында билдәләп үтте. Быйыл иһә сара тағы ла киң ҡолас алды:  ул  химия һәм экология буйынса  Оло сода олимпиадаһынан һәм 9-11 класс уҡыусылары өсөн химия буйынса асыҡ дәрестәрҙән башланды.

– Профориентация эшен мәктәптәрҙән үк башлау беҙҙең өсөн бик мөһим. Ул саҡта  беҙ  предприятие өсөн квалификациялы  белгестәр әҙерләй аласаҡбыҙ. Олимпиада һәм асыҡ дәрестәр һәләтле балаларҙы асырға, уларҙың ижади һәләтен үҫтерергә һәм фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныуын арттырырға мөмкинселек бирәсәк, – тип билдәләне предприятиеның  персонал менән идара итеү  директоры Владимир Ануфриев.

“Оло химия аҙналығы” сиктәрендә  үтәсәк йәнә бер мөһим сара – ул Еңеү көнөн  байрам итеү. Стәрлетамаҡ ҡала хкимиәте башлығы урынбаҫары Михаил Григорьев һөйләүенсә, ҡалала  бер нисә тематик майҙансыҡ эшләйәсәге планлаштырыла.

– Беҙ, ҡала хакимиәте лә, Башҡорт сода компанияһы ла “Оло химия аҙналығы”н  “һеҙҙекеләр”гә, “беҙҙекеләр”гә бүлмәйбеҙ, беҙ быны ҡалабыҙ халҡы өсөн, ҡалабыҙға килгән ҡунаҡтар өсөн эшләйбеҙ. БСК – ул ябай завод ҡына түгел, ул беҙҙең тормошобоҙҙоң бер өлөшө. Ун өс мең ғаилә, ҡырҡ мең кеше  –  ҡалалағы һәр бишенсе ғаилә – химиктар. Был – беҙҙең ҡала өсөн үтә лә мөһим сара, ни өсөн тигәндә, унда ҡаланың бөтә кешеләре – бәләкәй балаларҙан алып өлкән йәштәгеләргә тиклем ҡатнашасаҡ. Халыҡ  был байрамды көтөп ала, – тип билдәләне Михаил Григорьев.

Байрам, традицион рәүештә парадтан башланасаҡ һәм тантаналы  салют менән тамамланасаҡ.

Быйыл (15 майҙа) шулай уҡ “БСК ЗаБег” спорт ярым марафоны  уҙғарыласаҡ. Былтыр йүгереү буйынса ярышта Рәсәйҙең 70 ҡалаһынан меңдән ашыу кеше ҡатнашҡайны. Быйыл да былтырғы һымаҡ, йыйылған аҡса мәктәптәрҙең береһендә спорт майҙансығы булдырыу өсөн йүнәлтеләсәк.

20 һәм 21 майҙа ике көн рәттән ҙур квест уҙғарыласаҡ. Беренсе көндө предприятие эшселәре командалары ярышсаҡ, ә икенсе көндө  инде кемдәр теләй – шулар.  Квеста  ҡатнашыу өсөн 25 команда заявка биргән дә инде.

“Оло химия аҙналығы”,  традицияға ярашлы, 20-22 апрелдә  ҙур сода олимпиадаһынан башланды. Олимпиадала Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Стәрлетамаҡ районы, Ишембай районының 9-сы, 10, 11-се класс уҡыусылары  ҡатнашты.  Профориентация  эше сиктәрендә,  28 апрелдә   шулай уҡ уҡыусылар өсөн  «БСК менән химия дәрестәре» тип аталған асыҡ дәрестәр уҙғарыласаҡ.

17-19 майҙа БСК менән берлектә ӨДНТУ ойошторған фәнни-ғәмәли конференция уҙғарыласаҡ. Белгестәргә иң киҫкен мәсьәләләр буйынса фекер алышырға, технологияларҙы камиллаштырыу  һәм тәбиғәтте рациональ файҙаланыу өсөн көстәрҙе тупларға  мөмкин буласаҡ.

“Оло химия аҙналығы” Ҡала көнөн һәм Химиктар көнөн “Soda Fest. Стәрлетамаҡ – химиктар ҡалаһы”н байрам итеү менән тамамланасаҡ. Ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда үткән йылдарҙағыға  ҡарағанда дүрт тапҡырға ҙурыраҡ сәхнә ҡуйыласаҡ. Былтырғы һымаҡ уҡ Ҡала мәҙәниәт һарайы янында бер нисә тематик майҙансыҡ эшләйәсәк. Иртәнге, көндөҙгө һәм киске  программалар ҡаралған. Байрам Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары сығышы менән тамамланасаҡ. Кемдәр киләсәк – уныһы әлегә сер булып ҡала. Ойоштороусыларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, кискеһен халыҡты заманса, ҡыҙыҡлы һәм махсус техника  ҡулланылған ғәйәт ҙур шоу-тамаша менән һөйөндөрмәкселәр.

– “Оло химия аҙналығы” проекты “Быуындар бәйләнеше” тематикаһы аҫтында  үҙ эсенә төрлө сараларҙы ала, – тине   һүҙҙе йомғаҡлап «Башҡорт  сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса директоры Сергей Лобастов.

“Оло химия аҙналығы” – ябай байрам ғына түгел. Проект сиктәрендә уҙғарылған бихисап сараларҙа һәр кем  үҙенә йәне теләгәнен һайлап ала алыр, тип ышанабыҙ. Ә инде 28 майҙа һәммәгеҙҙе лә беҙҙең менән бергәләп Ҡала көнөн һәм Химиктар көнөн байрам итергә саҡырабыҙ. Байрам программаһы бай эстәлекле һәм ҡыҙыҡлы буласаҡ. Стәрлетамаҡ халҡын ғына түгел, яҡын-тирәләге район-ҡалаларҙан да килеүегеҙҙе көтөп ҡалабыҙ! – тип йомғаҡланы ул һүҙен.

Ҡала үҫешенә туранан-тура йоғонто яһаған предприятиеның сираттағы ойошторған саралары ла урындағы йәшәйешкә дәрт, ҡеүәт өҫтәмәй ҡалмаҫ.

Роза САФИНА.

Стәрлетамаҡ-Өфө-Стәрлетамаҡ.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

ҘУР ЗАВОД ОЛО САРА ҮТКӘРӘ
ҘУР ЗАВОД ОЛО САРА ҮТКӘРӘ
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: