

«Үзбәкстандың ҙур төбәгенә —Ҡарағалпаҡстанға сәфәребеҙ йомғаҡтары буйынса протоколға ҡул ҡуйҙыҡ. Республикаларыбыҙҙың берлектә эш алып барыу өсөн мөмкинлектәре ҙур. Ауыл хужалығы тауарҙары, туҡыма етештереү өлкәһендә тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә йыйынабыҙ. Беҙҙә еңел сәнәғәт үҫешкән, әммә үҙебеҙҙең сеймал юҡ – ошо йүнәлештә эш итербеҙ. Вуз-ара, гуманитар, мәҙәни мөнәсәбәттәрҙе үҫтерербеҙ. Бик күп ҡыҙыҡлы картиналар, шул иҫәптән беҙҙең Александр Бурзянцевтың эштәре тупланған Игорь Савицкий исемендәге музей ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Республикабыҙҙа ошо музей коллекцияһының күргәҙмәһе Башҡортостан халҡына ҡыҙыҡлы булыр тип уйлайым», — тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Ҡарағалпаҡстан менән даими эш итеү, хеҙмәттәшлектең юл картаһын әҙерләү өсөн эшсе төркөм булдырыла, тип хәбәр итте Радий Хәбиров.
Республика тауар әйләнешенең дөйөм күләмендә Үзбәкстан 2,5 процент өлөш менән ун беренсе урынды биләй. 2021 йылда Башҡортостандың Үзбәкстан менән тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 113,3 миллион доллар тәшкил иткән, шуның 86 проценты экспортҡа тура килә.Башҡортостандан химия сәнәғәте продукцияһы, каучук, ағас һәм целлюлоза-ҡағыҙ изделиелары оҙатыла. Үзбәкстандан иһә металдар һәм уларҙан эшләнгән изделиелар, машиналар эшләү продукцияһы, туҡыма, минераль продукттар килтерелә.
Башинформ.