

Күргәҙмәлә Рәсәйҙең 35 төбәгенән, шулай уҡ Беларусь Республикаһынан 250 компания ҡатнаша. Бында Ҡурған кластеры предприятиеларының коллектив экспозицияһы бар, Иркутск өлкәһенең коллектив экспозицияһы үҙенең предприятиеларын беренсе тапҡыр күрһәтә.
Асылда был күргәҙмә — Башҡортостандың визит карточкаһы, сөнки нефть-химия һәм газ тармаҡтары республика иҡтисадының нигеҙе булып тора, тип билдәләне хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров. Форум быйыл, Башҡортостан нефтенең 90 йыллығы билдәләнгән йылда, айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә.
«Бөйөк Ватан һуғышы осоронда һәр өсөнсө танкка һәм бишенсе самолетҡа Башҡортостан нефтенән етештерелгән яғыулыҡ ҡойола. Беҙҙең предприятиелар һуғыштан һуң ил иҡтисадын тергеҙеүҙә лә ҙур роль уйнаны. Бөгөн күргәҙмәлә илдең 35 төбәгенән предприятиелар ҡатнаша, Өфөлә үҙҙәренең экспозицияларын ойошторған 140 компанияға айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Беҙҙең баһа буйынса, күргәҙмә-форумға 20 меңдән ашыу кеше килергә тейеш. Беҙгә төп тармаҡтың нисек үҫешеүен күрһәтеү мөһим», — тине Андрей Назаров.
Ҡарағалпаҡстан Республикаһының (Үзбәкстан) инвестициялар һәм тышҡы сауҙа министры Бахытжан Хәбибуллаев уҙған аҙнала уларға рәсми сәфәр менән Башҡортостан делегацияһының килеүе һәм һөйләшеүҙәр барышында артабанғы хеҙмәттәшлек юлдары билдәләнеүе хаҡында һөйләне.
«Рәсәй илебеҙҙең стратегик партнеры булып тора. Беҙ Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеү менән ныҡ ҡыҙыҡһынабыҙ», — тине Бахытжан Хәбибуллаев.
Беларусь Республикаһының «Белнефтихим» концерны рәйесе урынбаҫары Владимир Сизов һүҙҙәренсә, уларҙың предприятиеһы Башҡортостан менән әүҙемерәк хеҙмәттәшлек итергә әҙер, Көнбайыштың санкция баҫымы шарттарында был айырыуса көнүҙәк.
Эшлекле программа сиктәрендә бөгөн «Рәсәйҙең нефть-газ комплексы: үҫеш йүнәлештәре, саҡырыуҙар һәм фараздар» стратегик сессияһы була. Күргәҙмә майҙансығында тәүгә химия комплексы предприятиелары араһында һаҡсыл етештереү буйынса беренсек һәм Газ диктанты үткәрелә. Бөгөн «Глобаль энергия» премияһы номинанттары ла иғлан ителә.
Башинформ.