Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло

Шанлы ла, данлы ла юл үткән Сода заводы

Ҡалабыҙ ғына түгел, ил тарихында әһәмиәткә эйә Башҡорт сода компанияһының яҙмышы бормалы-бормалы. Һуңғы йылдарҙа ғына ниндәй ваҡиғалар кисерҙек уның менән бәйле... Әммә завод төҙөү, эшләтеү  һис ҡасан да еңел бирелмәгән. Ҡала көнө айҡанлы бөгөнһөн беләбеҙ тигәндәй, уның тарихына йәнә бер аҙ туҡталып үтәйек әле.

Башҡортостан һәм Рәсәй иҡтисадының сәнәғәт тармағында мөһим урын тотҡан Стәрлетамаҡ “Сода” заводының шишмә башы үткән быуаттың 30-сы  йылдар башына ҡайтып ҡала. Социализм  дәрте менән янып йәшәгән  йәш совет хөкүмәте, илебеҙ сәскә атһын өсөн, илдә эре сәнәғәт предприятелары асыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Геологоразведчиктар нефть  ятҡылыҡтары эҙләгәндә Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондары тирәләй  урынлашҡан шихандарҙа  цемент етештереү өсөн сифатлы бурташ һәм сода  ятҡылыҡтары барлығын асыҡлай.

Стәрлетамаҡта буласаҡ сода заводы урыны 1939 йылда һайлап алына. Тик матур хыялдар менән йәшәп ятҡанда, илебеҙгә фашист илбаҫарҙары ябырыла. Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға ҡарамаҫтан, 1941 йылдың сентябрендә химия сәнәғәте  Халыҡ комиссариаты сода заводы төҙөү эшенә ныҡлап тотона. Тәүге продукцияны – каустик содаһын завод еңеү йылында сығара башлай. Һуғыш бөткәс, илдә кальцинирланған содаға ҡытлыҡ килеп сыға. Ошоға бәйле, фәҡәт кальцинирланған сода етештереү буйынса эре завод  төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Тәүге цехтар 1951 йылда төҙөлә.

Ҡалаға эшелондарҙа Одессанан һәм Донбастан күпләп ҡорамалдар менән бергә һалдаттар һәм эвакуцияцияланған кешеләр килтерелә. Улар башта землянкалар ҡаҙып шунда йәшәй, һуңғараҡ барактар төҙөйҙәр.

Һуғыштан һуң эштәр тағы ла нығыраҡ йәнләндерелә. 1948 йыл аҙағында СССР Министрҙар Советы Стәрлетамаҡ сода заводы төҙөүҙе тиҙәйтергә тигән ҡарар ҡабул итә. Ошо маҡсатта завод төҙөүгә  170 миллион һум аҡса бүленә, ул заман өсөн ышанмаҫлыҡ хәл  була был! Әйткәндәй, 1945 йылдың йәйендә Германияның “Дойче Сольвэ Верке” Бернбург сода заводынан 39 вагонда тейешле ҡорамалдар килтерелә. 1949 йылдың 1 июлендәге мәғлүмәттәргә ҡарағанда, сода заводын төҙөү эшендә 6370 эшсе иҫәпләнгән.

Тәүге сода производствоһы 1949 йылда ғына сафҡа индерелә. Ләкин финанс мәсьәләһе, ҡорамалдар килтереү тотҡарланыу, объекттарҙы һуңлап тапшырыу арҡаһында  кальцинирланған сода цехтары 1951 йылдың ноябрендә генә эшләй башлай. Һауа канат юлын булдырырға тигән тәҡдимде  тау  технигы вазифаһынан  шахта директорына тиклем хеҙмәт юлы үткән Василий Максимович Меренков индерә.

Завод эшләй башлар алдынан кадрҙар әҙерләү эштәре алып барыла. Төп етәксе вазифаларға производсво өлкәһендә бай тәжрибәһе булған белгестәр тәғәйенләнһә, йәш белгестәрҙе смена начальниктары, мастер итеп ҡуялар. Әйткәндәй, эшселәрҙең күпселеген Славянск, Дзержинск, Ефремов, Егорьев, Ҡазан, Павлов һәм башҡа һөнәрселек училищеларын тамамлаусылар тәшкил итә.

Донецк заводы һәм Славянск комбинатынан килгән   цехтарҙы эшләтеп ебәреү өсөн Стәрлетамаҡҡа иң шәп белгестәр – аппаратсылар һәм машинистар килтерелә. Бөгөнгө Башҡортостан сода компанияһы  уңыштарында уларҙың  да өлөшө бар.

Роза САФИНА.

Тарихи фото асыҡ сығанаҡтарҙан.

Шанлы ла, данлы ла юл үткән Сода заводы
Шанлы ла, данлы ла юл үткән Сода заводы
Автор:Роза Сафина
Читайте нас