

9 июнгә тиклем МАЗ һәм Башҡортостан предприятиелары вәкилдәренән торған эш төркөмө төҙөлөп, артабанғы хеҙмәттәшлек йүнәлештәре планлаштырыласаҡ.
Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һүҙҙәре буйынса, республика компанияһы Минск автозаводы өсөн запас частар етештерә ала. Ә МАЗ, үҙ сиратында, Башҡортостанды йөк һәм махсус техникалар менән тәьмин итә.