

Беҙ халыҡҡа һәм эшҡыуарҙарға дәүләт һәм муниципалитет хеҙмәттәре мөмкин тиклем яҡын булһын өсөн электрон рәүештә хеҙмәтләндереү сервистары өҫтөндә эшләйбеҙ. Бындай хеҙмәтләндереү ваҡытты һәм көстө һаҡлап ҡалырға ярҙам итә һәм дәүләт менән үҙ-ара бәйләнеште уңайлы итә, -тип яҙа үҙ сәхифәһендә Республика Башлығы Радий Хәбиров.
Етәксе һүҙҙәренсә республика халҡы өсөн тағы ла бер электрон хеҙмәтләндереү эшләй башлаған. Яңы суперсервис «Һанлы милек һәм төҙөлөш» тип атала һәм Башҡортостандың һанлы иҡтисад министрлығы тарафынан булдырылған. Сайтта төҙөлөш башлап тороусыларға ҡағылышлы бөтә мәғлүмәт тупланған. Бындағы мәғлүмәт үҙенең шәхси йортон төҙөргә йыйынған кешегә лә, ҙур биләмәләргә үҫешеп эре төҙөлөштәр алып барыусы төҙөүсе компанияларға, девелоперҙарға ла файҙалы.
Ҡулланыусыларға уңайлыраҡ булһын өсөн йыш ҡабатланған осраҡтар сценарий варианттары булдырылған. Унда ерҙе торгтарҙа һатып алыу, йәки бушлай алыу осрағынан башлап, йорт һалыу һәм инфраструктура селтәрҙәренә тоташыу өсөн килешеүҙәр төҙөүгә тиклем хеҙмәтләндереү алырға була. Хәҙер эштең ниндәй этабында туҡталыуына ҡарамаҫтан, нормативтарҙы өйрәнеп тормайынса документтар юллап алырға була. Бар эш тә компьютерҙа онлайн эшләнәсәк. Әгәр ҙә хеҙмәтләндереүҙең ниндәй ҙә бер төрө һаман да электрон форматҡа күсерелмәгән икән, сервис һеҙгә уны ҡайҙа барып мөрәжәғәт итергә кәрәклеген аңлатып, эште ослап ҡуйырға ярҙам итәсәк. Барыһы ла тиҙ, уңайлы башҡарыла, ҡатмарлы ҡағыҙ эше һеҙҙе йонсотмаясаҡ.
Иң мөһиме, суперсервис үҙ үҫешен дауа итә. Ваҡыт үтеү менән ҡулланыусылар талаптарына ярашлы йыш осраған тормош хәл-ваҡиғалары сценарийҙары бүлеге тулыландырыласаҡ. Сайтҡа https://stroyka.bashkortostan.ru/ һылтанмаһы аша инергән була.