Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло

Светлана Хоркина посетила стенд Башкортостана на Петербургском экономическом форуме

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығы тағы ла бер мөһим сара менән үҙенсәлекле булды. 17 июндә республиканың Спорт министрлығы һәм спорт гимнастикаһы буйынса ике тапҡыр Олимпия чемпионы Светлана Хоркина араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа ҡул ҡуйыуҙа Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Светлана Хоркина посетила стенд Башкортостана на Петербургском экономическом форумеСветлана Хоркина посетила стенд Башкортостана на Петербургском экономическом форуме
Светлана Хоркина посетила стенд Башкортостана на Петербургском экономическом форуме

Үҙ сиратында Светлана Хоркина Петербургтағы иҡтисади форум барышында Башҡортостан стендын ҡарап үтте һйәм йәш спортсыларға дәртләндереү һүҙҙәрен әйтеп үтте. Шулай уҡ, "Өфөлә асылған гимнастика үҙәгенә минең исемде биреүем өсөн рәхмәтлемен", - тине Светлана Хоркина. 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2 июндә Өфөлә гимнастика үҙәге асҡанда Радий Хәбиров үҙенең күрһәтмәһе менән яңы спорт комплексына Светлана Хоркина исемен биреүен билдәләне. Олимпия чемпионы Үҙәкте төҙөүҙең барлыҡ этаптарында ла кәңәш, йүнәлеш бирҙе һәм артабан да шефлыҡҡа алырға ризалашты, тренерҙарға уларҙың компетенцияһын күтәреүҙә, яңы алымдар үҙләштереүҙә лә ярҙам итәсәк.

#пмэфрб

Светлана Хоркина посетила стенд Башкортостана на Петербургском экономическом форуме
Светлана Хоркина посетила стенд Башкортостана на Петербургском экономическом форуме
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас