

2021 йылдың ғинуар-июле менән сағыштырғанда 10,3 процентҡа күберәк, тип белдерҙе премьер-министр Андрей Назаров республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә.
Торлаҡты сафҡа индереү буйынса Башҡортостан әлеге ваҡытта Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй.
«Темптар уртаса. Шуға ҡарамаҫтан, 2022 йылда беҙҙең алда юғары планка тора — 2,980 миллион квадрат метр торлаҡ тапшырырға, ә 2030 йылға 4 миллионға сығырға кәрәк. Ҡатмарлы бурыс. Шуға күп йүнәлештәр буйынса аныҡ эш алып барырға, төҙөүселәргә һәм ошо һөҙөмтәләргә ҙур өлөш индергән, үҙенә йорт һалған һәм статистиканы яҡшыртҡан халыҡҡа ярҙам күрһәтергә кәрәк», — тип йомғаҡ яһаны Андрей Назаров.
Башинформ.