Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Сәнәғәт һәм иҡтисад
29 Август 2022, 05:10

Башҡортостандың Төркиә менән тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 60,6 процентҡа артҡан

2022 йылдың тәүге ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса Төркиә Башҡортостандың экспорт буйынса тәүге ун контрагент иле иҫәбенә ингән. Ошо осорҙа Төркиәгә экспорт 2021 йылдың тәүге ярты йыллығы менән сағыштырғанда — 68,5%, ә импорт 5,6% артҡан, тип хәбәр итте Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостандың Төркиә менән тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 60,6 процентҡа артҡанБашҡортостандың Төркиә менән тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 60,6 процентҡа артҡан
Башҡортостандың Төркиә менән тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 60,6 процентҡа артҡан

Төркиәгә башлыса химия сәнәғәте продукцияһы, каучук, аҙыҡ-түлек, минераль продукттар оҙатыла. Башҡортостанға аҙыҡ-түлек, машиналар эшләү, химия продукцияһы, металдар, текстиль әйберҙәр һәм аяҡ кейемдәре килтерелә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдан Төрөк Республикаһында Башҡортостан вәкиле эшләй. Уның булышлығында республикаға ҙур инвестор (Sanica Pipe) йәлеп ителде. Төрөк эшҡыуары Башҡортостанда пластик торбалар һәм йылытыу батареялары етештереү буйынса ике завод төҙөргә йыйына. Был проекттар буйынса инвестицияларҙың дөйөм күләме — 2,3 миллиард һум, 255 яңы эш урыны булдырыу күҙаллана. Бынан тыш, GENESIS AGRO TRADE менән дөйөм хаҡы 142 миллион һумлыҡ көнбағыш һәм башҡа культураларҙың гибрид орлоҡтарын етештереү буйынса проект әҙерләнә.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас