

“Беҙ партнерҙар, шул иҫәптән сит илдә лә, эҙләүе йәһәтенән дә план буйынса алып барылған эш үҙ һөҙөмтәһен бирә бара. 2021 йылдың декабренән алып беҙ Беларусь Республикаһы менән араны нығытабыҙ. Ә бөгөн иһә Өфөлә был илдең Премьер-министры Роман Александрович Головченконы сәләмләйбеҙ. Ул “Транспорт һәм төҙөлөш” Беренсе Халыҡ-ара конгресында ҡатнаша. Башҡортостан менән Беларусь Республикаһы араһында һәр саҡ ныҡлы булды, ә хәҙер был берҙәм үҫешкә әүерелгән мөнәсәбәт тә. Ике-ара сауҙа нығына”, - тип яҙып сыҡты Радий Фәрит улы.
Радий Хәбиров белдереүенсә, хеҙмәттәшлек нигеҙендә республикала бойҙайҙы эшкәртеү буйынса ҡоролма әҙерләүсе завод төҙөлә – был “Амкодор” проекты. Бынан тыш “МАЗ” сығарған шасси һәм махсус техниканы үҙебеҙҙә лә етештерә башлау мәсьәләһе лә тора.
“Беҙ Белорусь Республикаһының ауыл хужалығы техникаһы менән дә ҡыҙыҡһынабыҙ. Был йәһәттән Минск трактор заводы, «Гомсельмаш», «Запагромаш» компаниялары менән хеҙмәттәшлек миҫал булып тора. Шул уҡ ваҡытта санкциялар шауҡымында беҙҙә станоктарға ла ихтыяж бар. Бөгөн иһә оҙайлы ваҡытлы программалар булдырыу өҫтөндә эшләнек”, - тип өҫтәп үтте Радий Фәрит улы.
Республика Башлығы шуныһын да билдәләй: алдағы йылда Өфө Унынсы Рәсәй-Белорусия форумын ҡабул итә. Был тәңгәлдә гуманитар хеҙмәттәшлек нығынасаҡ.