– Республиканың тотороҡло үҫешен тәьмин итер өсөн мәғариф системаһы яҡшы белгестәр әҙерләү буйынса алда барырға тейеш! – тип билдәләне майҙансыҡ эшендә БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. – Бөгөн федераль проекттарҙа ҡатнашмай, үҙ-ара бәйләнеш булдырмай, ғәмәли-уҡыуҡ йүнәлешен нығытмай тороп, урта һөнәри белем биреүҙе үҫтереп булмай, – тип тә өҫтәне Айбулат Вәкил улы.
Әйткәндәй, фекер алышыуҙа БР транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Любовь Минакова, “Урастройгрупп” компанияһы директоры Ратмир Фәхриев, “Башкиравтодор” йәмғиәте уҡыу үҙәге директоры Сулпан Сәйфуллин, әлег тармаҡ буйынса белгестәр әҙерләгән уҡыу йорттары вәкилдәре ҡатнашты.
Айбулат Хажин белдереүенсә, республика белем усаҡтарында белгестәрҙе иҡтисади-тармаҡ ихтыяжынан сығып әҙерләйҙәр, бының өсөн хеҙмәт баҙары менән тығыҙ бәйләнеш урынлашҡан. Министр шулай уҡ миҫал да килтереп үтте: Башҡорт архитиктура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжында, мәҫәлән, күп йылдар дауамында профилле предприятелар менән килешеү нигеҙендә эш алып барыла.
Ғөмүмән, төҙөлөш һәм транспорт тармағы өсөн Башҡортостанда белгестәргә ҡытлыҡ та юҡ, эшһеҙ ҙә йөрөмәйҙәр, сөнки белем биреү ихтияжға ярашлы ойошторолған.