

Конгреста Рәсәйҙең, Белорусия, Иран, Төркиә һәм Ҡаҙағстандың алдынғы төҙөлөш, юл-транспорт өлкәһе компаниялары, федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре фекер алыша. Сараға
Беларусь Республикаһы Премьер-министры Роман Александрович Головченко ла килде. Ул “Транспорт һәм төҙөлөш” Беренсе Халыҡ-ара конгресында ҡатнаша. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Беҙ партнерҙар, шул иҫәптән сит илдә лә, эҙләүе йәһәтенән дә план буйынса алып барылған эш үҙ һөҙөмтәһен бирә бара. 2021 йылдың декабренән алып беҙ Беларусь Республикаһы менән араны нығытабыҙ", - тип белдерҙе сараның әһәмиәтен билдәләп.
МАЗ менән "Красный пролетарий" килешеүенә Белорусия концерныһының йөк автомобилдәрен һатыу буйынса директоры урынбаҫары Борис Мущинский һәм Олег Молоканов ("Красны пролетарий" компанияһы генераль юиректоры) ҡул ҡуйҙы.