Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Сәнәғәт һәм иҡтисад
4 Октябрь 2022, 06:05

Башҡортостан Башлығы ялан батырҙарына рәхмәт белдерҙе

3 октябрҙә аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында урып йыйыу кампанияһына яҡынса йомғаҡ яһалды. Республика вице-премьеры - ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов 3 октябргә аграрийҙарҙың иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары сәсеүлектәренең 97 процентын эшкәртеүен хәбәр итте. 1986 йылдан алып тәүге тапҡыр республикала 5 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ һуғылған, гектарынан уртаса уңыш ҡеүәте - 29,5 центнер.

- Техник паркты яңыртыу, һуңғы дүрт йылда элиталы орлоҡтар һәм минераль ашламалар алыу һөҙөмтәһендә ошондай уңышҡа өлгәшелде, - тип билдәләне Илшат Фәзрахманов. - Был миҙгелдә һауа шарттары беҙҙең агросәнәғәт комплексы мөмкинлектәрен тормошҡа ашырырға ярҙам итте. Аҙна аҙағына тиклем иген культуралары буйынса урып йыйыу кампанияһын тамамларға ниәтләйбеҙ.

Юғары уңыш ауыл хужалығы продукцияһы индексының һәйбәт динамикаһын тәьмин итте. Ғинуар-август йомғаҡтары буйынса был күрһәткес 113,7 процентҡа еткән, был уртаса Рәсәй кимәленән (104,6 процент) юғарыраҡ. Вице-премьер әйтеүенсә, төбәктә мал аҙығының ике йыллыҡ запасы әҙерләнгән. Шулай уҡ май бирә торған культуралар һәм шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу дауам итә.

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙарына һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Беҙ, әлбиттә, 5 миллион тонна иген уңышын көттөк. Был ауыл хеҙмәтсәндәренең фиҙәҡәр эш һөҙөмтәһе. Киләсәктә 6 миллион тонна күрһәткесенә ынтылырға кәрәк, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Бының өсөн яңы техника һатып алыуҙы дауам итәсәкбеҙ, шулай уҡ ауыл хужалығы продукцияһын һаҡлау һәм эшкәртеү өсөн ҡеүәттәрҙе арттырасаҡбыҙ.

 

Р.ЗАМАНОВА.

 

 

Башҡортостан Башлығы ялан батырҙарына рәхмәт белдерҙе
Башҡортостан Башлығы ялан батырҙарына рәхмәт белдерҙе
Автор:Роза Сафина
Читайте нас