Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Сәнәғәт һәм иҡтисад
10 Октябрь 2022, 07:00

Башҡортостан эшҡыуарҙары Төркиәлә 150 осрашыу үткәргән

Башҡортостандың 30-ҙан ашыу предприятиеһы вәкилдәре бизнес-миссия менән Истанбулда булды.  

Башҡортостан эшҡыуарҙары Төркиәлә 150 осрашыу үткәргәнБашҡортостан эшҡыуарҙары Төркиәлә 150 осрашыу үткәргән
Башҡортостан эшҡыуарҙары Төркиәлә 150 осрашыу үткәргән

Ике көн дауамында республика предприятиелары битум, дизель яғыулығы, яғыулыҡ бөртөктәре, ағас материалдары һәм иген (ҡарабойҙай, һоло, арпа, йәшмә һәм бойҙай) оҙатыу буйынса килешеүҙәр төҙөнө. Бынан тыш, республика экспортерҙары клапан һәм пластмасса продукцияһы оҙатыуға заказдар ҡабул итте. Был хаҡта БР-ҙың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса министрлығынан хәбәр иттеләр. 

2022 йылдың ғинуар-июнь айҙарында Башҡортостан менән Төркиә араһындағы тауар әйленеше 60 процентҡа артҡан, экспорт 68,5 процентҡа артҡан, ә импорт – 5,6 процентҡа.

Төркиә Башҡортостандың 109 сауҙа партнеры араһында 7-се урында (4,9 процент) килә.

Автор:
Читайте нас