Ашҡаҙар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
14 Октябрь 2022, 11:36

Ульяновск Өфө заводы өсөн импорт деталдәрҙе алмаштырырға әҙер

Башҡортостанға эш сәфәре барышында Ульяновск өлкәһе делегацияһы Өфө компрессорҙар заводына деталдәр оҙатыу әҙерлеге тураһында белдерҙе. 

Ульяновск Өфө заводы өсөн импорт деталдәрҙе алмаштырырға әҙер
Ульяновск Өфө заводы өсөн импорт деталдәрҙе алмаштырырға әҙер

Быны БР Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы хәбәр итә. Предприятие ҡорамалдарҙы һәм уларҙың өлөштәрен сит илдән ватан етештереүселәренә башлыса алмаштырып бөткән. Хәҙер Рәсәйҙә ваҡ деталдәрҙе (шул иҫәптән электрон компоненттарҙы) әҙерләүселәрҙе табырға кәрәк.  

Ведомство белдереүенсә, Башҡортостандан Ульяновск өлкәһенә башлыса аҙыҡ-түлек һәм производство-техник ҡулланылышлы тауарҙар оҙатыла. Өлкәнән беҙҙең республикаға еңел һәм йөк автомобилдәре, лак-буяу материалдары, полиграфия тауарҙары килтерелә. Былтыр Ульяновскиҙан 632 йөк машинаһы, 10 тонна кондитер әйберҙәре, 40 тонна он ебәрелгән.  

Сәнәғәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, хөкүмәт ултырышында ике төбәк араһында эшлекле бәйләнештәрҙе артабан да үҫтереү ҡаралды. Һөҙөмтәлә һәр предприятие буйынса эш алып барыу буйынса «Юл картаһы» төҙөү ҡарар ҡабул ителгән.  

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: