Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
17 Октябрь 2022, 13:35

Һалымдарҙы почта ла аша түләп була

Республика халҡы һалым түләү буйынса иҫкәртмәләр ала башланы. 1 декабргә тиклем мөлкәт, транспорт һәм ер өсөн һалымдарҙы Рәсәй почтаһының Башҡортостандағы 1 280 бүлексәһендә түләргә мөмкин. Аҡса һалым хеҙмәтенең иҫәбенә шунда уҡ онлайнда күсәсәк.

Һалымдарҙы почта ла аша түләп була
Һалымдарҙы почта ла аша түләп була

Түләү өсөн квитанцияны почта бүлексәһе операторына бирергә кәрәк. Әгәр ҙә клиент үҙе менән квитанция килтермәһә, һалым бурысын ИНН аша белергә мөмкин. Аҡса түләгәндән һуң хеҙмәткәр чек бирәсәк. Һалымдарҙы өйҙә лә түләргә мөмкин - бының өсөн почтальондың мобиль почта-касса терминалы булырға тейеш. Башҡортостанда почта хеҙмәткәрҙәре 800-гә яҡын шундай ҡоролма ҡуллана.

Һалымдарҙы почтала түләү бәләкәй һәм төпкөлдә урынлашҡан тораҡ пункттарҙа йәшәүселәр өсөн ҡулайлы буласаҡ. Өйҙә түләү мөмкинлеген теге йәки был сәбәп менән өйҙән сыға алмаған кешеләр ҡуллана аласаҡ.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: