Ашҡаҙар
+10 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
26 Октябрь 2022, 12:35

Башҡортостан Башлығы Радий ХӘБИРОВ: “Хәләл порошок етештерәбеҙ!”

Башҡорт сода компанияһының «Эколь» кесе предприятиеһы уникаль, Рәсәй баҙары өсөн яңы продукт етештерә башланы. Хәләл стандартындағы кер йыуыу порошогының ғәҙәти кер  йыуыу сараһынан  айырмаһы  шунда – уның составында хайуан майы урынына  пальма майы нигеҙендәге ингредиенттар  ҡулланыла. Яҡын арала  «Зифа Хәләл» порошогы Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә һатыу кәштәләренә сығарыласаҡ, шулай уҡ БДБ илдәре менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Перспективала Төркиә, Иран, Сәғүд Ғәрәбстаны һәм башҡа дәүләттәргә оҙатыу ҡарала.

Хәтерегеҙгә төшөрәм,  Стәрлетамаҡта ҡасандыр бөтөн илгә билдәле булған кер йыуыу саралары етештереү цехы эше оҙаҡ йылдарға туҡтатылып торҙо. 2020 йылда уны ҡайтанан эшләтеп ебәрҙек. Өҫтәмә эш урындары барлыҡҡа килде һәм, шуның менән бергә, яңы идеялар ҙа. Бөгөнгө иҡтисади ысынбарлыҡ өсөн был бик тә мөһим.

Р.УСМАНОВА.

Башҡортостан Башлығы Радий ХӘБИРОВ: “Хәләл  порошок етештерәбеҙ!”
Башҡортостан Башлығы Радий ХӘБИРОВ: “Хәләл порошок етештерәбеҙ!”
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: