Ашҡаҙар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
11 Ноябрь 2022, 13:30

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар транспорт һалымын түләүҙән азат ителә

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы йәки уларҙың ғаилә ағзаларын транспорт һалымын түләүҙән азат итәләр, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы — Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтенән.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар транспорт һалымын түләүҙән азат ителә
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар транспорт һалымын түләүҙән азат ителә

Депутаттар ошо айҙа уҡ «Транспорт һалымы тураһында» республика законына тейешле үҙгәрештәр индерергә йыйына.

«Закон проекты 2023 йылда Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары, Херсон һәм Запорожье өлкәләре, шулай уҡ Украина биләмәләрендә махсус хәрби операция үткәреүҙә ҡатнашҡан граждандарҙы йәки уларҙың ғаилә ағзаларын 2022 йыл өсөн транспорт һалымын түләүҙән азат итергә тәҡдим итә, — тине Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев. — Льгота еңел һәм йөк автомобилдәренә, мотоциклдарға, мотороллерҙарға, шулай уҡ башҡа үҙйөрөшлө транспортҡа, пневматик һәм сылбырлы тәгәрмәсле машиналарға һәм механизмдарға ҡағыла (тик бер транспортты ғына һайларға кәрәк). Двигателдең ҡеүәте, транспорт нисәне йылда сыҡҡан — мөһим түгел».

Законды тормошҡа ашырыу өсөн 100 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтелә.

«Был аҡса алдағы өс йылға республика бюджеты тураһында закон проектына һалынған, беҙ уны беренсе уҡыуҙа ҡабул итергә әҙерләйбеҙ», — тине Толкачев.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: