Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда 1 декабрҙә Сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә

Дәүләт Йыйылышы депутаттары бөгөн пленар ултырышта яңы һөнәри байрам – Башҡортостандың Сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнөн булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Ул 1 декабрҙә билдәләнә.

Башҡортостанда 1 декабрҙә Сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә
Башҡортостанда 1 декабрҙә Сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә

«2015 йылдың 1 декабрендә «Башҡортостанда сәнәғәт сәйәсәте тураһында» закон ҡабул ителде. Был – хужалыҡ итеүсе субъекттар, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам инфраструктураһы ойошмалары, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының ошо өлкәлә хоҡуҡ мөнәсәбәттәрен көйләгән дөйөм документ. Закон ҡабул ителгәнгә ете йыл. Бөгөн беҙ республикала сәнәғәтте үҫтереүҙең өҫтөнлөктәрен һәм йүнәлештәрен дөрөҫ ҡуйылғанын раҫлай алабыҙ. Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы субъекттарында сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингында беренсе урында тора. Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәтте үҫтереү фонды иһә Рәсәйҙең ошондай төбәк фондтары араһында алдынғылар иҫәбендә», – тине парламент спикеры Константин Толкачев.

Ошондайыраҡ байрам Мәскәүҙә, Киров һәм Ульяновск өлкәләрендә лә бар, тип билдәләне ул.

«Сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре байрамы республиканың 150-нән ашыу ҙур һәм урта сәнәғәт предприятиеларына ҡағыла», – тине парламент ултырышында Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.

Башинформ.

Башҡортостанда 1 декабрҙә Сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә
Башҡортостанда 1 декабрҙә Сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә
Автор:
Читайте нас в