Ашҡаҙар
+15 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
5 Декабрь 2022, 14:30

Өфөлә тегелгән мәктәп формаһын башҡа төбәктәрҙә һата башланылар

Радий Хәбиров Өфө фабрикаһында тегелгән мәктәп формаһы хаҡында һөйләне.

Өфөлә тегелгән мәктәп формаһын башҡа төбәктәрҙә һата башланылар
Өфөлә тегелгән мәктәп формаһын башҡа төбәктәрҙә һата башланылар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Өфө предприятиеһында тегелгән мәктәп формаһын күрһәтте.

«Был мәктәп формаһын Өфөнөң «Оптри» фабрикаһында тегәләр. Форманы Силәбе һәм Һарытау өлкәләрендә, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һәм башҡа төбәктәрҙә һата башланылар. Нисек кенә сәйер булмаһын, Башҡортостан етештереүселәренә һатыу географияһын киңәйтергә санкциялар ярҙам итте», — тип хәбәр итте республика етәксеһе.

Баҙарҙа сит ил брендтары юҡ, Өфө фабрикаһы улар өсөн лайыҡлы алмаш булып тора, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Әлеге көндә предприятие тәүлегенә меңдән алып өс меңгә тиклем төрлө әйберҙә тегә — пандемияға тиклемге осорҙан дүрттән бер өлөшкә күберәк.

Фабриканың директоры — Зөлфирә Ғәзизова, уның шәхси предприятиеһы —«Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» проекты дипломанты. Зөлфирә Ғәзизова үҙ эшен 2011 йылда асҡан. Ул ваҡытта уның бәләкәй генә бинаһы һәм штатта ике тегенсеһе булған. Хәҙер фабриканың дөйөм майҙаны — 1,3 мең квадрат метр, йәмғеһе 40 хеҙмәткәре эшләй.

Предприятие ғәмәлдәге ярҙам сараларынан әүҙем файҙалана. Мәҫәлән, еңел сәнәғәтте үҫтереү республика программаһы буйынса 2020 йылда сеймал һәм ҡорамалдар һатып алыуға 3 миллион һум субсидия алған. 2021 йылда ошо уҡ программа буйынса фабрика ҡорамалдарға, туҡымаларға һәм материалдарға сығымдарҙың бер өлөшөн кире ҡайтарған.

Башинформ.

Өфөлә тегелгән мәктәп формаһын башҡа төбәктәрҙә һата башланылар
Өфөлә тегелгән мәктәп формаһын башҡа төбәктәрҙә һата башланылар
Автор:
Читайте нас: