Ашҡаҙар
+17 °С
Ясно
Сәнәғәт һәм иҡтисад
7 Декабря 2022, 11:00

Башҡорт ит компанияһы нигеҙендә 25 миллиард һумлыҡ проект буйынса килешеү көтөлә

“Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022” форумын ойоштороу эштәре ҡаралды. 14-17 декабрҙә Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында уҙасаҡ “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022” XV юбилей форумы сиктәрендә төрлө осрашыуҙар ҙа үтә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡорт ит компанияһы нигеҙендә 25 миллиард һумлыҡ проект буйынса килешеү көтөләБашҡорт ит компанияһы нигеҙендә 25 миллиард һумлыҡ проект буйынса килешеү көтөлә
Башҡорт ит компанияһы нигеҙендә 25 миллиард һумлыҡ проект буйынса килешеү көтөлә

Бөгөн Мәскәүҙә иһә ойоштороу эштәре буйынса фекер алыштылар. Шул иҫәптән унда ҙур проект хаҡында ла һүҙ булды. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров та ҡатнашты.

“500-ҙән ашыу федераль һәм халыҡ-ара кимәлдә спикерҙар көтәбеҙ. 20 илдән өс мең самаһы ҡунаҡ киләсәк.

Мөһим ваҡиға сиктәрендә ҙур проекттар ҡараласаҡ, шул иҫәптән 50 килешеү төҙөлә. Уларҙың береһе Башҡорт ит компанияһы менән бәйле – һүҙ 25 миллиард һумлыҡ проект сиктәрендә агропарк төҙөү тураһында бара”, - тип форум эштәре менән таныштырҙы Андрей Назаров.

Фото: республика Хөкүмәте.

Автор:Рәмил МАНСУРОВ

Башҡорт ит компанияһы нигеҙендә 25 миллиард һумлыҡ проект буйынса килешеү көтөлә
Башҡорт ит компанияһы нигеҙендә 25 миллиард һумлыҡ проект буйынса килешеү көтөлә
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас