Программа буйынса яңы төҙөлөүсе йәки әҙер фатирҙы төҙөүсенән һатып алырға мөмкин. Кредит килешеүен 2025 йылдың 1 ғинуарына тиклем төҙөргә мөмкин. Бөтә төбәктәр өсөн дә беренсе иғәнә – 15%. Шулай уҡ “ДОМ.РФ”, Һаҡлыҡ банкы, “Альфа-банк”, “Абсолют банк”, МКБ, “Росбанк Дом”, “Газпромбанк” һәм башҡа кредит ойошмалары кредит биреү тураһында ғаризалар ҡабул итә.
Был тармаҡ белгестәре өсөн махсус льготалы ипотека программаһы март айында Рәсәй Хөкүмәте тарафынан иғлан ителде.
Билдәләнгән ипотека лимиттары миллионлы төбәктәр өсөн – 18 миллион һумға тиклем, ә ҡалған төбәктәр өсөн туғыҙ миллион һумға тиклем етеүе мөмкин.