2022 йылда был тармаҡта ҡала буйынса үҫеш темпы яҡынса 97 процент тәшкил иткән. Ҡала предприятиелары һәм ойошмалары барлығы 144,5 миллиард һумлыҡ үҙ продукцияһын етештергән, шул иҫәптән сәнәғәт преприятиелары етештергәне - 129 миллиард һум тәшкил итә. Сәнәғәт гигантттары башҡа ҡулдарға күсеүгә ҡарамаҫтан. ҡалабыҙҙы был тармаҡтан тыш күҙ алдына килтереү ҙә ҡыйын. Сөнки сәнәғәт предприятиеларында - беҙҙең төп эшсе ҡулдар көсө. Ҡала тормошо мәсьәләләрен әүҙемерәк һәм һөҙөмтәлерәк хәл итеү өсөн предприятиеларҙың Директорҙар советы төҙөлгән. Яңыраҡ ҡына яуигирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә республикала беренсе ярҙам итеү үҙәгенең фәҡәт Стәрлетамаҡта асылыуында ҡала предприятиеларының өлөшө ифрат та ҙур.
- Әлбиттә беҙҙең сәнәғәт предприятиелары өсөн 2022 йыл ябай ғына булманы: санкциялар сәйәсәте бында ла сағылыш тапты. Шул уҡ ваҡытта етештереүсәнлек һәләтен кәметмәгән, проризводстволарын һәм эш урындарын һаҡлап ҡалған предприятиелар маҡтауға лайыҡ. Беҙҙең бөгөнгө осрашыу бик эшлекле барҙы, коллегалар менән көнүҙәк мәсьәләләрне хәл иттек, киләсәккә пландар билдәләнек - тине ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов.
Сарала тәжрибә уртаҡлашҡан эшҡыуарҙарҙың сығыштары ла , предприятиеларҙың ҡала экологияһы торошона тәьҫире тураһынлағы фекер алышыуҙарыла бик фәһемле булды. Ҡала предприятиеларының алдынғы хеҙмәткәрҙәренә министрлыҡтың һәм ҡала хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Сергей КРАМСКОВ фотоһы.