«Велес» технопаркы эшенең төп йүнәлеше булып машина төҙөү һәм металл эшкәртеү тора. Технопарктың генераль директоры Лариса Мөхәмәтйәнова һәм «А-Инвест» инвестицион компанияның генераль директоры Алексей Волошенков резиденттарҙың биләмәһе буйлап экскурсия ойошторҙолар. Барлығы 9 резидент биләмәһендә булырға тура килде. Шуларҙың иң мәртәбәлеһе - Стәрлетамаҡ механика заводы. Бында стандарт булмаған ҡорамал һәм механик өлөштәр төҙөйҙәр . Шулай уҡ бында эшкәртеү үҙәге, 50 берәмектән ашыу ҡорамал эшләй, шул иҫәптән һанлы программа идаралығы менән юғары токлы станоктар ҙа бар. «Велес» индустриаль парк базаһында «Профсервис» авария хеҙмәте һәм «Берҙәм диспетчер үҙәге» эшләп килә. Диспетчер системаһы буйынса 11 идара итеүсе компанияларҙың күп фатирлы йорттарында йәшәүселәр менән эш яйға һалынған. Был иһә 700 күп фатирлы йорт тигән һүҙ. Шулай уҡ технопарк биләмәһендә «Лифт Мастер» компанияһы ла эшмәкәрлек алып бара. Ул тәүлек әйләнәһенә лифттарға капиталь ремонт үткәрә һәм уларҙы хеҙмәтләндерә. «Лифт Мастер» компанияһына 16 идара итеүсе компания ҡарай. Ә «Компания Стройинвест» махсус төҙөүселәр ҙә үҙенең предприятиеһына презентация үткәрҙе. Улар торлаҡ төҙөү баҙарында 20 йылдан артыҡ эшләй, ошо арауыҡта 100 мең кв.м. торлаҡ һәм коммерция майҙандарын сафҡа индергәндәр. Әле ҡалабыҙҙың тарихи өлөшө – Карл Маркс, Сакко һәм Ванцетти урамдарында төҙөлөш бара.
Хакимиәт башлығы Рөстәм Ғәзизов шулай уҡ
технопарк базаһындағы ағас эшкәртеү производствоһын да ҡараны. «Велес» биләмәһендә ремонтлау һәм төҙөкләндереү идаралығы, «Беренсе селтәр компанияһы» ла урынлашҡан. Ул йылылыҡ энергияһы ҡорамалдарын техник йәһәттән хеҙмәтләндерә. Эш сәфәренең һөҙөмтәһе булып «Велес» индустриаль технопаркы резиденттарының бөтә компаниялары етәкселәре ҡатнашлығында үткән кәңәшмә тора.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото: хакимиәттең матбуғат хеҙмәте сайтынан алынды.