Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Сәнәғәт һәм иҡтисад
19 Апрель 2023, 11:00

Замана троллейбустарында елдерәсәкбеҙ!

Өфө трамвай-троллейбус заводы Минск автомобиль заводы (МАЗ) менән берлектә 2023 йыл аҙағына тиклем йәмғеһе 4 миллиард һумлыҡ 230 троллейбус эшләп сығарасаҡ. Былтыр Өфө заводы Рәсәй ҡалаларына Белоруссия машина комплекттары базаһында 43 берәмек электр транспорты эшләп тапшырҙы ла инде.

– Ике республиканың хеҙмәттәшлеге киләсәккә етди перспективалар ҡуя. МАЗ 2019 йылда ӨТТЗның стратегик партнеры булып китте. Һәм ошо интеграция хәҙер көсәйә генә бара. Йыл башында Өфө трамвай-троллейбус заводы Минск заводы менән партнерлыҡ тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы, был килешеү буйынса етештереү генә түгел, сервис һәм дилерлыҡ эшмәкәрлеге лә күҙ уңында тотола, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев. Был алым – сәнәғәт берәмектәренең, эшҡыуарлыҡтың сит ил менән уңышлы хеҙмәттәшлек итеүҙәге яҡты бер өлгө булып тора.

 Өфө-Белоруссия троллейбустары тотош электроника менән йыһазландырылған. Водитель алдында – борт компьютеры, ә артында – үҙ эшкәртеүенең диагностик панеле. Ундағы һәр диод машинаның ҡайһы ере ватылғанын тиҙ арала асыҡларға ярҙам итә. Кузовта һәм салонда бер нисә күҙәтеү камераһы ҡуйылған. Рәсәй төбәктәрендә яңы быуын троллейбустарына ихтыяж ҙур.

Әйткәндәй, был проект сиктәрендә Стәрлетамаҡ өсөн дә троллейбустар һатып алыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла. Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә, ҡала троллейбустарының барыһы ла тиерлек иҫкергән.

Р. УСМАНОВА.

Замана троллейбустарында елдерәсәкбеҙ!
Замана троллейбустарында елдерәсәкбеҙ!
Замана троллейбустарында елдерәсәкбеҙ!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас