

Ҡалабыҙ предприятиеларының директорҙар советы берҙәм һәм әүҙем эшләй. Яңыраҡ йәнә бергә йыйылып, етәкселәр төрлө проблемалар буйынса, үҫеш тураһында фекер алышты. Сара был юлы “Башпласт” компанияһы биләмәһендә үтте.
Сарала ҡатнашыусылар произдводство һәм складты ҡаранылар, заманса лаборатория һәм фәнни-техник үҙәк менән таныштылар. Ултырышты “Башпласт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Василий Космынин алып барҙы. Ул предприятиеның эшмәкәрлеге, табыш серҙәре, үҫеш перспективалары һәм проблемалары менән таныштырҙы.
Ҡала башлығы Рөстәм Ғәзизов “Башпласт”тың заманса сәнәғәт предприятиеһы булыуын билдәләп үтте. Ул шулай уҡ экологик хәл, юлдарҙы ремонтлау, йәмәғәтселек биләмәләрен төҙөкләндереү, мәктәп биналарына реконструкция үткәреү мәсьәләләрен бик ентекле итеп күҙ алдына баҫтырҙы.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәге эше тураһында үҙәктең директоры Евгения Долгих һөйләне.
– Өс ай элек кенә асылыуына ҡарамаҫтан, үҙәк ҡала халҡының ихтыяжына яуап бирә. Бында белгестәр генә ярҙам итеп ҡалмай, ә битараф булмаған ҡала халҡы ла үҙ тәҡдимдәре менән килә, – тине ул. Әйткәндәй, ҡалабыҙҙың байтаҡ ойошмаларынан бында 100-150 шәр мең һум аҡсалата ярҙам күрһәтелгән. Әлегә был аҡсаларҙы тотонмай торорға тигән ҡарарға килделәр директорҙар советындағы етәкселәр.
Сара һуңында “Красный пролетарий” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Елена Нечепоренко предприятиелар директорҙарына ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Дәүләт оборона заказын үтәүсе “Красный пролетарий” акционерҙар йәмғитәтенә төрлө кимәлдәге белгестәр етешмәй икән. Көрсөккә килеп терәлгән был мәсьәләне хәл итеү өсөн предприятие етәкселәре төрлө юлдар тәҡдим итте. Сара һуңында Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Валерий Ғәлиевты директорҙар советына индереү өсөн тауыш бирҙеләр.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Сергей КРАМСКОВ фотолары.