

Фабриканы тантаналы асыуҙа мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты, республика Башлығы Радий Хәбиров, әлеге компанияны ойоштороусы Анастасия Задорина, цехтарҙа барған эштәр менән танышып, коллективҡа уңыштар теләне һәм артабанғы үҫеш, хеҙмәттәшлек, шарттар буйынса фекер алышты. Сарала Рәсәй Олимпия комитеты Президенты Станислав Поздняков та сәләмләне һәм был компанияла етештерелгән тауарҙың сифат буйынса спортсылар өсөн уңайлы, сифатлы булғанын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ фабрика продукцияһы менән танышырға фехтование буйынса Олимпиада чемпиондары по Аделина Заһитова и Тимур Сафин, бокс буйынса донъя чемпионы Азалия Әминева, төрлө кимәлдәге ярыштар еңеүсеһе булған башҡа билдәле спортсылар ине. Видеобәйләнеш аша РФ Дәүләт Думаһы Рәйесе урынбаҫары Александр Жуков та ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
Тантаналы сара ваҡытында Радий Фәрит улы компанияның уңышлы эш башлауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Башҡортостанда ошондай заманса ҡорамал менән тәьмин ителгән, яҡшы эш шарттары, юғары хеҙмәт хаҡы булған фабрика барлыҡҡа килеүенә шатмын. Был сираттағы яңы предприятие ғына түгел – был республикала еңел сәнәғәт өлкәһендә алға табан ҙур аҙым! – тинеетәксе һәм компания етәкселегенә нәҡ беҙҙең төбәкте һайлаған өсөн рәхмәт тә әйтеп үтте.
Анастасия Задорина үҙ сиратында республика етәкселегенең бизнес, сәнәғәт үҫешһен өсөн булдырылған шарттар, асыҡ хеҙмәттәшлек менән һоҡланыуын белдерҙе:
– Бөгөн беҙҙең компания тарихында яңы аҙым, Башҡортостан ярҙамы менән етешетереү күләме күпкә арта, көҙ көнө үк был производствоны тулы көскә эшләтеп, тәүлегенә 2 250 тауар етештерә аласаҡбыҙ, – тине ул. Компанияның производствоһын арттыра барыуын Александр Жуков та билдәләне:
– “ZASPORT” импортты алмаштырыу буйынса ышаныслы аҙымдар менән атлай, “Алға” махсус зонаһында заманса фабрика барлыҡҡа килеүе – быға асыҡ дәлил, иманым камил, компанияның яңы проекттары ла бар, шуға ярҙам итергә, шарттар тыуҙырырға кәрәк, уңыштар теләйем! – тигән теләктәр яңғыраны бәйләнештең икенсе осонда.
Предприятиеның генеральный директоры Николай Ступаков белдереүенсә, фабрикала кейем тегеүҙең бөтә этаптары ла шул иҫәптән тегеүгә тауар әҙерләү, тегеү, кйемгә һүрәт баҫыу, сублимация цехтары ҡаралған, бынан тыш тәжрибә-эскпременталь бүлеге бар – был бүлектә иһә белгестәр яңы кйем төрҙәре өҫтөндә эшләйәсәк. Яҡын киләсәктә компания фабрика майҙанында үҙенең сауҙа йортон да булдырырға планлаштыра – бында иһә тауар меннә танышып, кейем һатып алырға мөмкин буласаҡ.
Фабриканың икенсе ҡатында хеҙмәткәрҙәр өсөн ятаҡ урынлашҡан, туҡланыу шарттары ла ҡаралған – иртәнге, төшкө, киске аштарҙы алып киләләр һәм булай туҡландыралар. Әйткәндәй, Радий Хәбиров ошондай туҡланыу системаһы буйынса бөтә иҡтисади зонаһы буйынса дөйөм ашхана ойоштороу мәсьәләһен дә күтәрҙе. Сөнки производстволар ҙур, үҫеш артабан да дауам итә.
“Алға” махсус иҡтисади зонаһы, ғөмүмән, Башҡортостанда ғына түгел, дөйөм ил кимәлендә үҫешкән сәнәғәт берәмеге булып тора. Республика етәкселеге был үҫешкә үҙ сиратында яҡшы шарттар тыуҙыра.
– Бынан өс йыл элек беҙ “Алға” махсус иҡтисади зонаһын асҡанда, уның был тиклем йылдам үҫешен күҙ алдына килтермәгәйнек. Ә бөгөн йәнә тағы бер производство эшләй башланы, Башҡортостанда ғөмүмән еңел сәнәғәтендә яҡшы күрһәткестәр бар, – тип һөйләп үтте тантана мәлендә Радий Хәбиров.
Фотолар Башҡортостан Башлығы рәсми сайтынан алынды.
Белешмә: “ZASPORT” компанияһы 2012 йылда ойошторолған, әлеге фабрика төҙөү буйынса 2020 йылда килешелде. Проекттың партнерҙары “Аркада” һәм “Эш кейемдәре комбинаты” сәнәғәт йәмғиәттәре сығыш яһай.
Төҙөлөшкә 400 миллион һум инвестиция йәлеп ителгән. Сәнәғәт берәмегенең майҙаны – 4 мең квадрат метр.
Фабрика тулы көсөнә эшләй башлағас, бында йылына 560 мең дана тауар (кейем) етештереү ҡаралған.
Фабрикала йәмғеһе 310 белгес, шул иҫәптән 200 тегенсе эшләй. Эш хаҡы айына, сменаға ҡарап, 150 мең һумға тиклем барып етеүе мөмкин.