Ашҡаҙар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Майҙа республикала сәнәғәт етештереүе индексы 17% артҡан

Май айында республикала сәнәғәт производствоһы индексы йылға ҡарата 17,3% артҡан, тип хәбәр итә Башстат. Ғинуар-май айҙарында сәнәғәт производствоһы индексы 2023-2022 йылдың биш айына ҡарағанда 4,8 % юғарыраҡ. Рәсәй буйынса күрһәткестәр +7,1% һәм +1,8% тәшкил итә.

Майҙа республикала сәнәғәт етештереүе индексы 17% артҡан
Майҙа республикала сәнәғәт етештереүе индексы 17% артҡан

2022 йылдың ғинуар-майына республиканың барлыҡ сәнәғәт секторҙарында: файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙа (+15,3%), эшкәртеүсе производстволарҙа (+2,9%), электр энергияһы һәм йылылыҡ менән тәьмин итеүҙә (105,4%), торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә (+6,9%) ыңғай динамика тәьмин ителгән.

Эшкәртеүсе производстволар араһында электр ҡорамалдары (1922 йылдың ғинуар-майына ҡарата 90,3%), мебель (+71,6%), компьютерҙар, электрон һәм оптик изделиелар (+17,4%), автотранспорт саралары һәм тағылмалар (+10,1%), кейем-һалым һәм яһалма күн (+9,3%), резина һәм пластмасса әйберҙәр (+5,9%), аҙыҡ-түлек (+5,3%), металлургия продукцияһы (+4,7%), машиналар һәм ҡорамалдар, химик матдәләр һәм химия продукттары, әҙер металл изделиелар (+2,5%) етештереү тармаҡтарында йыл башынан продукция етештереү күләменең артыуы билдәләнгән.

Шул уҡ ваҡытта 2022 йылдың ғинуар-май айҙары менән сағыштырғанда полиграфия продукцияһын етештереү 36,7% кәмегән, күн әйберҙәр — 14%, кейем-һалым, ҡағыҙ һәм ҡағыҙҙан изделиелар, быяла, цемент, кафель — 11,7%, дарыуҙар — 5,8%.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: