Ашҡаҙар
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
16 Август 2023, 12:05

Улар арҡаһында ҡалабыҙ үҫешә

Стәрлетамаҡ – республика кимәлендә иң үҫешкән ҡалаларҙың береһе. Бының өсөн иң ҙур рәхмәтте ҡалабыҙ төҙөүселәренә юлларға кәрәктер. Ошо уңайҙан уларҙың һөнәри байрамы алдынан алдынғы төҙөүселәрҙе данланылар. Һөнәр оҫталарын ҡотларға БР Төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Васильевич Ковшов та килгәйне. Шулай уҡ төҙөүселарҙең байрам шатлығын Стәрлетамаҡты 1992-2007 йылдарҙа етәкләүсе легендар ҡала хакимиәте башлығы Спартак Ғәли улы Әхмәтов та уртаҡлашты. Ҡалабыҙ үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән был шәхесте халыҡ аяғүрә баҫып сәләмләне һәм алҡыштарға күмде.

– Төҙөүсе һөнәре – һәр саҡ яңырыш, уңайлы мөхит инде ул. Һәр объект – торлаҡ йорт булһынмы, мәктәп йәки магистралме – көсөргәнешле һәм яуаплы, шул уҡ ваҡытта  ижади һәм ҡыҙыҡлы эштең һөҙөмтәһе булып тора! Был – архитекторҙарҙың, проектлаусыларҙың, инженерҙарҙың һәм төҙөлөш тармағына ҡараған башҡа хеҙмәткәрҙерҙең хеҙмәте ул.  Һеҙҙең барығыҙға ла рәхмәт әйтәм, ошо изге һәм мөһим һөнәрегеҙҙә артабан да яңы ҡаҙаныштар, уңыштар теләйем, – тине ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов төҙөүселәргә маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары тапшырып.

Бүләкләнеүселәрҙең күбеһе тимер юлы заводы хеҙмәткәрҙәре ине. Шул уҡ ваҡытта ҡалабыҙҙы биҙәгән заманса бейек йорттарҙы “Риком” йәмғиәте төҙөүен дә күптәр беләлер ул. Уларға ҡарап үҙеңде ҙур ҡалала һымаҡ хис итәһең бит…

Төҙөүселәр байрамын музыкаль йәһәттән Башҡортостандың атҡаҙанған хеҙмәткәре Радик Ғәлимйәнов биҙәне. Ә Башҡортостан һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовтың сығышы – ҡалабыҙ төҙөүселәренә көтөлмәгән бүләк булды. Ошо рәүешле ҡалабыҙҙың  үткәненә, бөгөнгөһөнә ҙур өлөш индергән хөрмәтле төҙөүселәребеҙгә дан йырланды. Ә ҡалабыҙҙың киләсәге фәҡәт улар хеҙмәтенә бәйле булыуын һәр кем белә.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото ҡала хакиимиәте башлығы сәхифәһенән алынды.

Улар арҡаһында  ҡалабыҙ үҫешә
Улар арҡаһында ҡалабыҙ үҫешә
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: