Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
29 Ноябрь 2023, 10:20

“Алға”ла – яңы завод!

Башҡортостанда яңы завод төҙөүгә 1,4 млрд һумлыҡ инвестиция индерергә уйлайҙар.

“Алға”ла – яңы завод!
“Алға”ла – яңы завод!

Завод Стәрлетамаҡ, Ишембай райондарында урында урынлашҡан “Алға” махсус сәнәғәт зонаһында барлыҡҡа киләсәк. Был сәнәғәт берәмегендә киләсәктә тротуар плиткаһы һәм башҡа ошо йүнәлештәге продукция төрҙәрен етештерәсәктәр. Был маҡсатта заводта йәмғеһе 70 эш урыны булдырырға планлаштырыла. Продукцияны эре төҙөлөш компанияларына сәнәғәт һәм ябай объекттар төҙөү өсөн, шулай уҡ муниципаль заказсыларға һатырға уйлайҙар.
Әйткәндәй, предприятие киләсәктә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәреп барған “Инвестсәғәт”тә лә ҡатнашырға теләк белдергән. Әгәр проект был осрашыуҙа ыңғай баһа алһа, инвестор һалым һәм урындағы башҡа ташламаларға өмөт итә аласаҡ.
Әлеге проект бер яҡтан үҙебеҙҙә етештерелгән продукция менән ҡулланырға мөмкинлек бирһә, икенсе яҡтан урындағы халыҡҡа ете тиҫтәнән ашыу эш урыны буласаҡ!

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: