Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
6 Февраль , 16:26

Стәрлетамаҡта аҡсаны дөрөҫ тотонорға өйрәтәсәктәр

Стәрлетамаҡта аҡсаны дөрөҫ тотонорға өйрәтәсәктәр
Стәрлетамаҡта аҡсаны дөрөҫ тотонорға өйрәтәсәктәр

Аҡсаң булһа ла ҡыйын, булмаһа ла ҡыйын. Шулай ҙа, 8 февраль көндө ҡалабыҙҙа «Финанстар тураһында диалогтар» сараларында барыһын да көтөп ҡалалар. Сөнки көн дауамында бушлай лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, методик семинарҙар барышында уҡыусылар, студенттар, уҡытыусылар, эшҡыуарҙар, үҙмәшғүлдәргә аҡса менән эшләргә, кредит, финанс мутлашыусылар тоҙағына әләкмәҫкә өйрәтәсәктәр.

Педагогтар өсөн методик семинарҙар, эшҡыуарҙарға бухгалтерия учетын алып барырға, үҙмәшғүлдәргә финанс ярҙам саралары менән таныштырып үтәсәктәр.

- «Финанстар тураһында диалогтар» проекты үҙен яҡшы яҡтан күрһәтте. 2023 йылда проект сиктәрендә алты муниципалитетта саралар ойошторолдо, 11 меңдән ашыу кеше йәлеп ителде. Быйыл да финанс грамоталылыҡҡа өйрәтеү дауам ителәсәк, - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - финанс министры Лира Иғтисамова.

Проекты Рәсәй Банкының Башҡортостан буйынса Милли банкы бүлеге, Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында дөйөм һәм һөнәри белем тармағында финанс белемде арттырыу буйынса Өфө төбәк методик үҙәге, Республиканың роспотребнадзор идараһы һәм Сбербанк менән хеҙмәттәшлектә Башҡортостан Республикаһының финанс тикшеренеүҙәр үҙәге ойоштора.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: