– Стәрлетамаҡ-Салауат-Ишембай агломерацияһы – Башҡортостандың иң эре сәнәғәт үҙәктәренең береһе. Бында заводтарҙың ҡуйылған бурыстарҙы үтәүе, яңы эш урындары булдырыуы, муниципалитеттарҙың социаль өлкәһен үҫтереүе мөһим, – тип билдәләне Радий Хәбиров эш сәфәре мәлендә.
Стәрлетамаҡта Башҡортостан Башлығы “Шихан” һыра ҡайнатыу заводының етештереү майҙансығында булды (“Берләшкән һыра ҡайнатыу заводтары” холдингына инә). Быйыл предприятиеға 40 йыл тула, ул Рәсәй баҙары өсөн продукцияның киң ассортиментын сығара. Төбәк етәксеһе төрлө эсемлектәр әҙерләү технологияһы менән танышты, шулай уҡ “Берләшкән һыра ҡайнатыу заводтары” холдингы етәкселеге менән уны артабан үҫтереү пландарын тикшерҙе. Холдинг президенты Ораз Дурдыев ғәмәлдәге производствоны модернизациялау пландары тураһында һөйләне. Был продукция етештереү күләмен арттырырға һәм уның ассортиментын киңәйтергә мөмкинлек бирәсәк. Һүҙ цехтарҙы һәм келәттәрҙе ремонтлау, технологик ҡорамалдарҙы яңыртыу, яңы ҡойоу һәм төрөү линияларын эшләтеп ебәреү хаҡында бара. Шуға бәйле. сеймал һатып алыу күләмен дә арттырырға кәрәк, уны республика агропредприятиеларынан һатып алыу планлаштырыла – был, үҙ сиратында, урындағы ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәр өсөн ҙур ярҙам.
Башҡортостан Башлығы тәҡдим ителгән инвестиция проекттарын хупланы һәм республикала бындай башланғыстарға булышлыҡ итеү сараларының киң комплексы ғәмәлдә булыуын билдәләне.
– “Шихан” предприятиеһы республикала һәм унан ситтә күптән билдәле. Был яҡшы, ҡеүәтле производство, – тине Радий Хәбиров. – Яңы хужаның заводтың ҡеүәтен арттырырға, шулай уҡ беҙҙән арпа һатып алырға ниәтләүе мөһим. Үҙ сиратында, беҙ холдингтың пландарын һәм предприятиены үҫтереүҙе хупларға әҙербеҙ.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ Стәрлетамаҡтың “Красный пролетарий” предприятиеһында ла булды. Был нефть промыслаһы ҡорамалдары, шулай уҡ сәнәғәттең төрлө тармаҡтары өсөн башҡа агрегаттар етештереүсе иң эре компанияларҙың береһе. Радий Хәбиров заводтың етештереү майҙансыҡтарын ҡараны һәм уны артабан үҫтереү пландары менән танышты. Предприятиеның генераль директоры Елена Нечепоренко һөйләүенсә, 2023 йылда заводта яңы эшмәкәрлек йүнәлештәре үҙләштерелгән – сит ил двигателдәрен ремонтлау, реверс-инжиниринг һәм импортты алмаштырыу программаһы сиктәрендә запас частар сығарыу, дизель-генератор ҡоролмалары эшләү. Шулай уҡ производствола деталдәрҙе газ-динамик һеркәләндереү ысулы менән тергеҙеү участкаһы ойошторола, парониттан һәм резина-техник изделиеларҙан теләһә ниндәй конфигурациялы изделиеларҙы ваҡлау өсөн ЧПУ менән станок һатып алына. Завод продукцияһын Рәсәйҙең һәм Белоруссияның алдынғы нефть-газ һәм машиналар эшләү компанияларына оҙаталар. Былтыр заказдар портфеле ярҙамында килемдең өс тапҡырға артыуы теркәлгән. Завод продукцияһын Рәсәйҙең һәм Белоруссияның алдынғы нефть-газ һәм машиналар эшләү компанияларына оҙаталар. Заказдар портфеле ярҙамында былтыр әҙер продукцияны 204 миллиондан 614 миллион һумға тиклем һатыу табышының өс тапҡырға артыуы теркәлгән. 2024 йылда предприятиела ҡеүәте 1,5 мвт тиклем булған газ поршенлы электр станциялары һәм 100 тоннаға тиклем йөк күтәреүсәнлектәге скважиналарҙы ремонтлау өсөн агрегаттар сығарыу планлаштырыла. Башҡортостан Башлығы Стәрлетамаҡ заводының яҡшы үҫеш темптарын билдәләне.
– Беҙ һәр ваҡыт “Красный пролетарий” заводына ярҙам иттек. Предприятие Ростех дәүләт корпорацияһы уны үҙ контурына алғанға тиклем бик еңел йәшәмәне. Бөгөн иһә завод эшмәкәрлектең бөтә йүнәлештәре буйынса эш менән тулы, бында бик булдыҡлы етәксе, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Завод динамик үҫешә, уның киләсәге яҡшы тип иҫәпләйем.
Римма ҒӘЛИМОВА әҙерләне.
Фотолар Башҡортостан Башлығы рәсми сайтынан алынды.