Һәйкәл авария хәлендә тип танылған
Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауға әҙерләнәләр, ул хаҡлы рәүештә Башҡортостандың төп символы булып һанала. 1967 йылда скульптор Сосланбәк Тавасиев эшләгән был монумент яҡынса 40 тонна ауырлыҡтағы 10 метрлыҡ суйын атлы һәйкәлдән ғибәрәт. Реставрация проекты икеләтә тарихи-мәҙәни экспертизаны уңышлы үтә һәм хәҙер Баш дәүләт экспертизаһында баһалана.
Эксперт комиссияһы составына эксперт комиссияһы рәйесе Зайцева Дарья Александровна, эксперт комиссияһының яуаплы секретары Быков Александр Михайлович һәм эксперт комиссияһы ағзаһы Хорликов Алексей Петрович инә. Уларҙың барыһы ла мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса эштәрҙе үткәреүгә дәүләт экспертизаһын төҙөүҙә ҙур тәжрибәгә эйә.
Һәйкәлде реставрациялау буйынса эштәр 2024 йылдың ноябрендә башланасаҡ, Улар Өфө бюджеты иҫәбенә финансланасаҡ: был маҡсатҡа 300 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү планлаштырыла.
Әйткәндәй, ремонт эшен оҙаҡҡа һуҙыу һәйкәлдең емерелеүенә хәүеф янай.
Нимәләр эшләнәсәк?
Юғалған элемент – геометрик биҙәкле сүкелгән таҡта формаһындағы күкрәк кейеме тергеҙеләсәк, был һәйкәлгә уның тарихи үҙенсәлеген ҡайтарырға мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ 2005 йылға тиклемге тарихи ҡараһыу һоро төҫтө ҡайтарыу планлаштырыла.
Һәйкәлдең төп нигеҙен тергеҙеү өсөн авария хәлендәге эске металл каркасы алмаштырыласаҡ. Постамент ҙурлығы, формаһы һәм фактураһы буйынса бер төрлө ҡара шымартылған гранит блоктары менән көпләнә.
Шулай уҡ проект монументтың тәүге формаһын һәм габариттарын тергеҙеүҙе һәм уны нығытыуҙы күҙ уңында тота.
Алып ташларға ярамай, ҡалдырырға
Эксперттар бер тауыштан скульптураны постаменттан алып тороу һәм махсус әҙерләнгән, йыһазландырылған бинала реставрациялау кәрәклеген раҫлай. Был һәйкәлдең эске таяу каркасын алмаштырыу зараурлығына бәйле.
“Һәйкәл бер нисә конструктив үҙенсәлек менән бәйле. Тышҡы ҡабығы 60-тан ашыу өлөштән тора. Был тышлыҡ эсендә швеллерҙарҙан һәм ике таврҙан торған таяу каркасы урынлашҡан. Экспертиза һәйкәлдең эске таяу каркасын алмаштырыу кәрәклеген раҫлай, шуға бәйле һәйкәлде һүтеү һәм эске таяу каркасына инеү мөмкинлеге кәрәк. Һәйкәлде һүтмәйенсә, быны эшләү мөмкин түгел”, – тип һөйләне Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлау идаралығы начальнигы урынбаҫары Айнур Мөслимов. – Скульптура торған пьедесталды ла ремонтларға кәрәк. Бетондың техник торошо талаптарға тура килмәй.
Һәйкәлдең ауырлығы 40 тоннанан ашыу, һәм уны һүтеп алмайынса ремонтлау хәүефле. Бынан тыш, һәйкәл урынлашҡан ҡурғанды ла тәртипкә килтереү планлаштырыла.
Тап ошо сәбәптәр арҡаһында проектлаусы һәйкәлде һүтеү һәм һүтеү эштәрен хәүефһеҙ башҡарыу кәрәклеге тураһында ҡарар ҡабул итә.
“Һүтеп алғас, скульпторға һәйкәлде реставрациялау менән тыныс эш алып итеү мөмкинлеге лә буласаҡ. Әлеге ваҡытта проект документацияһын әҙерләү менән шөғөлләнгән ойошманың “Ватан-Әсә саҡыра!” (“Родина-Мать зовет!”) һәйкәле менән реставрация эше тәжрибәһе бар”, – тип билдәләне эксперт.
Бындай төр реставрацияның файҙаһы тураһында бөтә дәлилдәргә ҡарамаҫтан, Башҡортостан халҡында һорауҙар тыуа: ни өсөн “Ватан-Әсә саҡыра!” урында уҡ ремонтланды, ә башҡорт геройын мотлаҡ цехҡа алып барырға кәрәк һуң?
– Волгоград скульптураһын ремонтлау башлыса тышҡы өлөшөндә үткәрелә. Бынан тыш, скульптураның хәҙер торған урында уҡ бетондан ҡойолоуы ла һүтеүгә ҡамасаулай. Был айырым осраҡ булды, – тип һөйләй билдәле скульптор, 40-тан ашыу монументаль композиция авторы Салауат Щербаков. Салауат Юлаев һәйкәлен оҫтаханала реставрациялау бик күп өҫтөнлөктәргә эйә, тип иҫәпләй ул.
– Цехта һәйкәлде асырға, яҡтыртырға, йылытырға, каркасты ҡарарға, алмаштырырға, иретеп йәбештереү эштәрен башҡарырға мөмкин. Тимәк, оҫтаханала ул урамда эшләмәгән бөтә художество үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып тулыһынса тергеҙелә ала. Унда һауа шарттары ла, башҡа уңайһыҙлыҡтар ҙа йоғонто яһай. Өҫтәүенә постаментты һәм ҡурғанды ремонтлау кәрәклеге мәсьәләһе лә киҫкен тора, – тип һөйләне скульптор.
Һәйкәлдәрҙе һүтеү киң таралған практика
Күп кенә билдәле архитектура объекттары реставрация ваҡытында һүтеп алына. Ҙур миҫалдарҙың береһе – билдәле “Эшсе һәм колхозсы” скульптураһын реставрациялау. 2004 йылдың октябрендә һәйкәлде ашығыс рәүештә ремонтҡа алып китәләр, ул ярым емерелгән металл өйөмөнән ғибәрәт була. Скульптура ныҡ тутыҡҡан була, шуның өсөн уны 40 өлөшкә бүлеп, һәр береһен айырым тергеҙәләр. Реставрациянан һуң Мәскәүҙең төп символдарының береһе яңы постаментҡа ҡуйыла.
Һәйкәлде “ҡайтарырға онотоу” мөмкин түгел
Һәйкәлде алып ташлайҙар һәм кире ҡайтармайҙар тигән имеш-мимештәрҙең бер ниндәй ҙә нигеҙе юҡ. Был хаҡта борсолорға ярамай. Монументты тергеҙеү буйынса эштәр Өфөлә башҡарыласаҡ. Баш ҡалала бының өсөн бөтә шарттар ҙа бар.
Монументты алып, “онотоу” мөмкин түгел. Салауат Юлаев һәйкәле – республиканың айырылғыһыҙ символы. Рәсәй халҡы өсөн Башҡортостан башлыса ошо һәйкәл һәм Салауат Юлаев исеме менән бәйле. Уның образы Башҡортостан халҡының тормошоноң бөтә өлкәләренә тығыҙ бәйләнгән. Уның хөрмәтенә күп һанлы архитектура объекттары, урамдар, ауылдар, район, ҡала аталған. Украинала, Эстония, Ҡаҙағстанда уның исемен йөрөткән урамдар бар. Батырҙың исемен бөтә илгә билдәле хоккей клубы данлай, дәүләт ордендары һәм премиялары булдырылған.
Республикала йыл һайын Салауат Юлаев көндәре билдәләнә, уның сиктәрендә Салауат йыйыны республика фольклор байрамы үткәрелә. Бынан тыш, 2024 йылдың йәйендә батырҙың тыуған яғында Салауат районында Салауат ере тарихи-мемориаль комплексы асылды.
1941 йылда совет экрандарына Рәсәй кинематографының башланғысында торған Яков Протазанов төшөргән “Салауат Юлаев” фильмы сыға.
Батырҙың образы һәм иҫтәлеге генә Башҡортостан халҡы өсөн мөһим роль уйнамай. Республиканың рәсми гербында ҡалҡыу ҡояш ерлегендә Салауат Юлаев һәйкәле һүрәтләгән. Был символдар һәм объекттар Салауат Юлаевтың Башҡортостан өсөн әһәмиәте хаҡында даими иҫкәртеү булып тора.
Хатта беҙҙең заман геройҙары ла Салауат Юлаев менән тығыҙ бәйләнгән. Яҡташтарыбыҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, милли гвардия ғәскәрҙәре Салауат Юлаев исемендәге ике башҡорт батальоны составында тора. Батальон хәрбиҙәре Донбаста һәм Курск өлкәһендә хәрби бурыстарҙы батырлыҡ менән үтәй.
Башҡортостандың милли геройы образы немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә әүҙем ҡулланыла. 1943-1945 йылдарҙа Ҡыҙыл армияла башҡорт халҡының милли геройы исеме менән бәйле рәсми атама йөрөткән ике хәрби часть, бронепоезд һәм артиллерия полкы була. Рәсәй геройы һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатов шәхси состав алдындағы телмәрендә бер нисә тапҡыр: “Салауат тоҡомдары сигенә белмәй” тигән фразаны ҡуллана.
Һәйкәлдәрҙе реставрациялауҙы милли үҙаңды һәм тарихи күсәгилешлекте һаҡлауға булышлыҡ иткән киләсәккә инвестиция менән сағыштырырға мөмкин. Ул монументҡа уның тәүге ҡиәфәтен һәм тарихи статусын ҡайтарырға мөмкинлек бирә, уның республика символы ролен һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Ләйсән ЙОСОПОВА, Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, тарих фәндәре кандидаты:
– Минеңсә, был һәйкәлде белгестәр бер ҡасан да әлеге кеүек ентекле тикшереп, торошон билдәләп ҡарағаны булманы. Тышҡы яҡтан барыһы ла яҡшы кеүек бит. Ысынбарлыҡта, скульптура коррозияға бирелеп, бөтөнләй боҙолоп, хәүефле хәлдә ҡалған. Иң мөһиме, уны урында ғына реставрациялау ҙа мөмкин түгел: 40 тонналы һәйкәл бары тик өс кенә урында терәлеп нығытылған.
Тағы ла шуныһын әйтергә кәрәк, һәйкәлдең авторы – күренекле скульптор Сосланбәк Тавасиев Салауат Юлай улын алҡалы итеп һынландырған. Автор башҡорттар хәрби какзактар сословиеһында (военно-казачье сословие) булғанын белгән, әммә башҡа казактар менән бутап, һыңар алҡа эшләгән.
Реставрация ваҡытында мөмкинме икән уны алып ташларға? Был һорауға махсус комиссия ғына яуап бирә ала. Сөнки бер яҡтан, алҡаны алып ташлау – тарихи дөрөҫлөккә тура килһә, икенсе яҡтан – һәйкәл бит автор әҫәре, автор хоҡуғын яҡлау ҙа бар. Әгәр һәйкәлдең авторы вариҫтары – Сосланбәк Тавасиевтың балалары ризалыҡ бирһә, автор хоҡуҡтары ла һаҡланасаҡ, һәйкәл дә тарихи яҡтан дөрөҫ һынланған булыр ине.
Гүзәл РӘМИЕВА