Ашҡаҙар
-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
25 Декабрь 2024, 10:15

“ПАТРИКИ-МАРКЕТ” баҙарына килегеҙ!

Стәрлетамаҡтың Иҫке ҡала биҫтәһендә боронғо сауҙагәр Патрикеевтың килем йорто (Комсомол урамы, 43) йәнә үҙ ишектәрен аса – Тарихи йорттоң иң аҫҡы  ҡатында автор һөнәрселек музейҙарының Яңы йыл фестивале үтә. Фестиваль 27 декабрҙән 13 ғинуарға тиклем дауам итәсәк. Тәүге тапҡыр үткән фермер продукттары һәм һөнәрселек изделиелары менән һатыу фестиваленә инеү бушлай. Маркеттың эш ваҡыты: 10:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем.

“ПАТРИКИ-МАРКЕТ” баҙарына  килегеҙ!
“ПАТРИКИ-МАРКЕТ” баҙарына килегеҙ!

Унда Башҡортостандың иң шәп фермерҙары, һөнәрмәндәре үҙҙәре етештергән аҙыҡ-түлекте тәҡдим итәсәк. Кәзә һөтөнән эшләгән йомшаҡ, ҡаты, ярым киптерелгән сыр, йылҡы итенән, страус итенән деликатестар; сейләй һығылған май; микро-йәшләүек, ике йыл рәттән Бөтә Рәсәй конкурсында иң шәп тип танылған бал; яңы һауылған фермер һөтө һәм һөт аҙыҡтары; ҡомалаҡлы әсеткенән йәки сөпрәнән бешерелгән икмәк; имбирлы прәниктәр, тәбиғи какао-бобтарҙан эшләнгән таҙа шоколад һәм башҡа төрлө ризыҡтарҙы етештереүселәр туранан-тура ҡуйған хаҡ менән алырға мөмкин буласаҡ.

Һатып алыр алдынан аҙыҡты тәмләп ҡарарға ла мөмкин. Бынын тыш, һөнәрселәр һәм оҫталар эксклюзив бүләктәр әҙерләгән – йорт өсөн аксессуарҙар, ҡулдан эшләнгән биҙәүестәр, шыршы биҙәргә матур уйынсыҡтар, модалы кейем бренды, милли колоритлы модалы әйберҙәр – ҡыҫҡаһы, йәнең теләгәнен һатып алырға мөмкин. Оҫталарҙың дебютынан тороп ҡалмағыҙ!

Унда шулай уҡ экскурсиялар һәм оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла. Уларға  яҙылыу өсөн 8(927)-944-666-4 телефоны аша шылтыратып белешергә була.

Р.САФИНА.

“ПАТРИКИ-МАРКЕТ” баҙарына  килегеҙ!
“ПАТРИКИ-МАРКЕТ” баҙарына  килегеҙ!
“ПАТРИКИ-МАРКЕТ” баҙарына  килегеҙ!
“ПАТРИКИ-МАРКЕТ” баҙарына  килегеҙ!
“ПАТРИКИ-МАРКЕТ” баҙарына  килегеҙ!
“ПАТРИКИ-МАРКЕТ” баҙарына  килегеҙ!
“ПАТРИКИ-МАРКЕТ” баҙарына  килегеҙ!
“ПАТРИКИ-МАРКЕТ” баҙарына  килегеҙ!
“ПАТРИКИ-МАРКЕТ” баҙарына  килегеҙ!
“ПАТРИКИ-МАРКЕТ” баҙарына  килегеҙ!
“ПАТРИКИ-МАРКЕТ” баҙарына  килегеҙ!
“ПАТРИКИ-МАРКЕТ” баҙарына килегеҙ!
Автор:
Читайте нас