Ашҡаҙар
-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
26 Март 2025, 12:35

КҮМӘРТӘ БАҘАРЫНА КИЛӘҺЕ ЙЫЛ СЫҒАРЫЛАСАҠ

Башҡортостан генерация компанияһы Стәрлетамаҡ йылылыҡ электр үҙәгенең 9-сы торба ҡорамалын яңырта. “БГК” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Стәрлетамаҡ йылылыҡ электр үҙәгенең 9-сы ҡулайламаһын модернизациялауға тотондо. Проект йылылыҡ генерацияһын модернизациялау президент программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

КҮМӘРТӘ БАҘАРЫНА КИЛӘҺЕ ЙЫЛ СЫҒАРЫЛАСАҠ
КҮМӘРТӘ БАҘАРЫНА КИЛӘҺЕ ЙЫЛ СЫҒАРЫЛАСАҠ

РФ Хөкүмәтенең 2020 йылдың 7 февралендәге 232-р һанлы бойороғо менән турбоагрегат генерация объекттары исемлегенә индерелә, уларҙың ҡеүәте модернизацияланған генерация объекттарының ҡеүәтен һатып алыу-һатыу килешеүҙәре буйынса килтереләсәк.

Турбинаны ремонтлау эштәре 2025 йылдың аҙағына тиклем дауам итәсәк. Был хаҡта беҙгә Стәрлетамаҡ йылылыҡ электр үҙәгендә мәғлүм булды. Сарала ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Артур Рәзил улы Ғафаров, “БГК” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең персонал һәм административ мәсьәләләр буйынса директоры Риф  Тәбрик улы Мортазин һәм Стәрлетамаҡ йылылыҡ электр үҙәгенең баш инженеры Илья Юрьевич Дубов ҡатнашты.  Улар журналистарҙың ҡыҙыҡһынған һорауҙарына яуап бирҙе.

Стәрлетамаҡ йылылыҡ электр үҙәгенең 9-сы турбо ҡорамалы модернизациялауға инвестициялар 2,1 миллиард һум күләмендә планлаштырылған. Проект юғары баҫымлы цилиндрҙы һәм пар турбинаһының уртаса баҫымлы цилиндрҙың ағым өлөшөн алмаштырыуҙы, генераторҙы комплекслы алмаштырыуҙы, шул иҫәптән ҡуҙғытыу системаһын, блоклы трансформаторға тиклем ток үткәргесте, релейлы һаҡлау һәм автоматика ҡоролмалары комплексын күҙ уңында тота. Модернизациялау һөҙөмтәһендә ҡулайламаның электр ҡеүәте 18 мегаватҡа арттырыла һәм номиналь йылытыу режимында 118 мегаватт тәшкил итә, шул уҡ ваҡытта юғары баҫымлы цилиндрҙың эске сағыштырма һөҙөмтәлелеге 83,5 процентҡа етә. Башҡарылған  эштәр турбо ҡоролмаһының иҡтисади һөҙөмтәлелек күрһәткестәрен яҡшыртырға, ҡорамалдар ресурсын кәмендә 30 йылға оҙайтырға һәм уның ышаныслы һәм аварияһыҙ эшләүен тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Шартлы яғыулыҡтың электр энергияһы етештереүгә айырым сығымын кәметеү иҫәбенә станцияның тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһо кәмей.

Модернизациялау өсөн бөтә ҡорамалдар үҙебеҙҙең машиналар эшләү предприятиеларында етештерелгән. Юғары баҫымлы цилиндр, түбән баҫымлы цилиндрҙың ағым өлөшө һәм пар турбинаһының башҡа элементтары, мәҫәлән, “Урал турбина заводы” акционерҙар йәмғиәте (Екатеринбург ҡалаһы) көсө менән, генераторҙарҙы “Көс машиналары” акционерҙар йәмғиәтенә ингән “Электросила” заводында (Санкт-Петербург ҡалаһы) эшләнгән. Модернизациялау проектына “Интер РАО – Инжиниринг” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте идара итә, төҙөлөш-монтаж һәм сафҡа индереү эштәре субподряд ойошмаларын йәлеп итеп “Урал турбина заводы” акционерҙар йәмғиәте көсө менән башҡарыла.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Автор фотолары.

Белешмә: РФ Президенты тарафынан хупланған һәм РФ Хөкүмәте тарафынан раҫланған йылылыҡ генерацияһын модернизациялау программаһы, йылылыҡ электр станцияларының генерация ҡорамалдарының парк ресурсын оҙайтыуға, уның техник-иҡтисади характеристикаларын яҡшыртыуға, һөҙөмтәлелеген, ышаныслылығын, маневрлылығын һәм ремонтҡа яраҡлылығын арттырыуға йүнәлтелгән. РФ Хөкүмәте тарафынан билдәләнгән критерийҙарға тап килгән ҡорамалдарҙы конкурентлы һайлап алыуҙы “ЕЭС система операторы” акционерҙар йәмғиәте үткәрә.

“Башҡортостан генерациялау компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте - Рәсәйҙең эре төбәк энергетика компанияһы. Уның” электр һәм йылылыҡ ҡеүәте 4415 МВт һәм 8768 Гкал/сәғ. тәшкил итә.

 

Һүҙ Стәрлетамаҡ йылылыҡ электр үҙәге хеҙмәткәрҙәренә:

Роберт ФАЗЛЕТДИНОВ, изоляциялаусы:

– Был йәмғиәттә 2006 йылдан алып эшләйем, башта иретеп йәбештереүсе инем. 2016 йылдан – изоляция цехына күстем. Әйткәндәй, бер туған ағайым дефектоциалист булып эшләй. Турбо ҡулайламаны яңыртыу – беҙҙең эште еңеләйтәсәк, әлбиттә. Был экологик йәһәттән дә ҡала өсөн отошло буласаҡ.

Фәрит ВӘЛИӘХМӘТОВ, иретеп йәбештереүсе:

– Техник хеҙмәтләндереү цехында эшләйем. Был йәмғиәткә килеүемә нибары бер йыл. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, коллективҡа тиҙ өйрәндем. Һеҙ күргән торбаларҙы ямайым, йәбештерәм. Эшемдән ҡәнәғәтмен. Был яңыртыу күптән көнүҙәк мәсьәлә булып торҙо.

КҮМӘРТӘ БАҘАРЫНА КИЛӘҺЕ ЙЫЛ СЫҒАРЫЛАСАҠ
КҮМӘРТӘ БАҘАРЫНА КИЛӘҺЕ ЙЫЛ СЫҒАРЫЛАСАҠ
КҮМӘРТӘ БАҘАРЫНА КИЛӘҺЕ ЙЫЛ СЫҒАРЫЛАСАҠ
КҮМӘРТӘ БАҘАРЫНА КИЛӘҺЕ ЙЫЛ СЫҒАРЫЛАСАҠ
Автор: Римма Галимова
Читайте нас