Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
16 Ноябрь 2016, 18:34

КӨСЛӨ АҒАСТЫ ТАМЫРЫ ТУҠЛАНДЫРА

Йыл һайын ҡалабыҙҙың иң матур ғаиләләре, төрлө милләт вәкилдәре үҙҙәренең нәҫел ағасы менән таныштыра.

Йыл һайын ҡалабыҙҙың иң матур ғаиләләре, төрлө милләт вәкилдәре үҙҙәренең нәҫел ағасы менән таныштыра. 2007 йылда булдырылған Шәжәрә байрамы быйыл унынсы тапҡыр ойошторола, был ваҡыт эсендә 51 ғаилә, үҙ нәҫелен өйрәнеп, ҡала халҡына шәжәрәһен күрһәтеүгә ирешкән. Тамашасылар алдына сығарылған 25 башҡорт ғаиләһе шәжәрәһе башҡа милләттәр өсөн әйҙәүсе булып торған, уларға эйәреп 9 сыуаш, 7 татар, 5 рус, хатта корея һәм башҡа милләткә ҡараған ғаиләләр үҙ ата-бабаларын бер ағас олонона йыйған. Ҡаланың 250 йыллығына бағышланған һәм быйыл унынсы тапҡыр ойошторолған байрам элекке йылдарҙа сығыш яһаған ғаиләләрҙе сәхнәлә тәбрикләүҙән башланды.
Читайте нас: