Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
21 Декабрь 2016, 14:03

Барҙыр илдең шундай улдары!

Стәрлетамаҡ районының Рим Йәнғужин исемендәге Айыусы ауылы мәктәбенә бер саҡ юл төшкәйне. Мәктәп етәкселеге менән аралашҡан мәлдә белем усағы иҙәненә күптән түгел генә ленолеум түшәлгәне асыҡланды.

Стәрлетамаҡ районының Рим Йәнғужин исемендәге Айыусы ауылы мәктәбенә бер саҡ юл төшкәйне. Мәктәп етәкселеге менән аралашҡан мәлдә белем усағы иҙәненә күптән түгел генә ленолеум түшәлгәне асыҡланды. “Материалды һатып алырға күрше ауылдан йәш фермер Илдар Буранғолов йөҙ мең һум аҡса бүлде", - тине хужалар. Ирекһеҙҙән текә генә сит ил машинаһында елдергән ҙур хужалыҡ мөдире күҙ алдына баҫты. Ә геройҙың үҙе менән осрашҡас, “Ошо Илдар ярҙам иттеме икән” тигән шик тыуҙы, сөнки фермерҙың килеп туҡтаған машинаһы берҙә текә сит ил автомобиле түгел ине. Хәйер, асыҡланыуынса, уныһы ла иптәш егетенеке булып сыҡты. Шулай, бағымсылыҡ тигәс, тәү сиратта “артып ҡалған”ды бүлеүҙе күҙ алдына килтерәбеҙ бит. Ысын күңелдән һуңғы тинен йәлләмәй ярҙам итеүселәр хаҡында, киреһенсә, онотоп барабыҙ, буғай. Үкенесле. Ғөмүмән, артабан һәммәһен дә үҙ тәртибе менән…
Салауат ҡалаһында иретеп йәбешетереүсе булып эшләп йөрөгән Илдар, “был эш хаҡына артабан ғаилә бағыу мөмкин түгел” тигән һығымтаға килеп, “бизнес” тип нарыҡланған джунглияға сума. Ә бит табышы мул булһа ла, был тармаҡ та еңелдән түгел. Тик һынауҙар алдында юғалып ҡалмай яңы ғына “мейестән сыҡҡан” эшҡыуар – баҙарҙа ең һығанып он продукцияһы, көнбағыш һата башлай. Ауырлыҡтар тигәндән, улар иҫәбенә бер һатыусылыҡ оҫталығы, тырышлыҡ ҡына тура килмәй икән. “Конкуренция” тигән төшөнсә ҡурҡыныс шул бизнеста, ә конкуренттарҙың да төрлөһө була. Ғөмүмән, бер саҡ баҙар тирәһендә уралырға яратҡан тау егеттәре менән Илдар араһында урын өсөн низағ килеп тыуа – килмешәктәр, ҡурҡытырға маташып, һүҙ әйтеп тә өлгөрмәй, береһенең яңағына айыуҙай башҡорт егетенең күҫәктәй ҡулы килеп “ҡуна”. Ысын низағ алдараҡ көткәне асыҡлана…
Аҫабаның бына шундай батыр улдары барлығы өсөн генә әйтмәнем быны, йүнселлектең барлыҡ баҫҡыстары-ауырлыҡтарын үҙ иңендә татып килә геройым фермерлыҡ эшенә. Тик игенде шаулап үҫтерер, ҡуйы һөттө гөбөрҙәтеп һауыр өсөн бер әҙер продукцияны ғына һата белеү аҙ шул. Ғөмүмән, бынан ун биш йыл элек баҙарҙа һатыусылыҡ итеп, сит ил һыра компанияһының вәкиле булып эшләп алғас, Илдар ғаиләһе менән Стәрлетамаҡ районы Мырҙаш ауылына өләсәһе янына ер эшенә егелергә ҡайтып китә. Ҡатыны ошо ауылдыҡы, үҙе лә бала саҡтан өләсәһенә йыш ҡунаҡҡа йөрөгән ҡала егете ауыл тормошо ҡанунына ла тиҙ төшөнә – Буранғоловтар шәхси ихаталарында бер нисә йыл эсендә генә “ҡаты морондарҙы” йөҙ башҡа еткерә, шулай уҡ күпләп һыйыр малы ла аҫрай. Ә инде өс йыл элек Илдар фермерлыҡҡа тотоноп ҡарарға баҙнат итә. Райондан ҡуртымға 120 гектар ер ала, тарҡалған колхоз биналарына һыйырҙарын ебәрә, трактор һатып ала, ҡоролмалар ҡайтарыла. Йән биргәнгә – йүн биргән, ти халыҡ – йәш фермерға башта ике туған ағаһы Миңнулла Буранғолов ярҙам итә, артабан грант, трактор өсөн субсидия… Теләгән кешегә ыңғайы барыбер килеп сыға икән ул.
Әлеге көндә Буранғоловты киң ҡолас йәйеп эшләгән фермерҙар иҫәбенә һаман да индереп булмайҙыр әле (ни бары өс йыл ғына бит был йүнәлештә). Шуға ҡарамаҫтан, телгә алырлыҡ уңыштары етерлек. Техника артҡан, ҡуртымға алған ер майҙаны ла күпкә киңәйгән, бер нисә кеше хеҙмәт урыны тапҡан. Иң мөһиме, фермер артабан да үҫешергә үҙ маяғын билдәләп ҡуйған. Иген дә мул, һөт тә күп шул хәҙер уның. Мәҫәлән, быйыл Шишмәләге май заводына баҫыуынан йыйған 200 тонна көнбағыш тапшырған. Әйткәндәй, был килем иҫәбенә Илдар, ниһайәт, үҙенә “тимер ат” алып ҡайтырға ниәтләнә.
…Уйлай китһәк, эшҡыуар Буранғолов артабанғы тормошон ауылға күсеп ҡайтмайынса ҡалала ла дауам итә алыр ине. Ә бит, егет мең мәшәҡәттән ҡурҡмай, ҙур хеҙмәткә егелгән, ауылдаштарын да эшле иткән. Шул уҡ ваҡытта үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртаһы урынға ауылдағы белем усағы һаман да гөрләһен тип, матди ярҙам күһәтеүе уның үҙ еренең ысын улы икәнен мең ҡабат иҫбатлай түгелме?! Аҫаба халыҡтың шундай батыр улдары күберәк булыуын теләргә генә ҡалалыр.
Читайте нас: