Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
22 Август 2018, 13:30

28-се миҙгелгә аяҡ баҫҡанда

Стәрлетамаҡ филармонияһында яңы 28-се концерт миҙгеленә дәррәү әҙерлек бара. 27 сентябрҙә үтәсәк миҙгел асыу тантанаһына репетициялар башланды ла инде.

Яңы уҡыу йылына уҡытыусылар ғына түгел, музыкаль-әҙәби лекторий ҙа әҙерләнә – улар ҡала мәктәптәре өсөн өр-яңы программа өҫтөндә эшләй. Шуныһы ҡыуаныслы: филармония үҙенең тамашасыларын төрлө яңы проекттары менән дә һөйөндөрөп тора. Мәҫәлән, йәй буйы улар йәш быуынға “Бременские музыканты. Наши дни...” исемле мюзикл күрһәтте. Был жанр буйынса улар артабан да эшен дауам итә һәм Рус халыҡ ҡоралдары оркестры, “Ашҡаҙар” эстрада төркөмө солиста-ры Бейеү театры менән берлектә “Урал легендалары”, “Торатау” исемле яңы мюзиклдар әҙерләй.
Яңы миҙгелдә тамашасы “Бременские музыканты. Наши дни...” мюзиклы, “Классиканы бергә уҡыйбыҙ” һәм “Ғаилә абонементы” циклынан программалар һәм филармония коллективының өр-яңы тамашаларын күрәсәк.
Әммә артистарҙың тормошо филармония эсендә генә ҡайнамай. Ошо көндәрҙә улар Күмертау, Ишембай ҡалаларында, Стәр-летамаҡта Ю. Гагарин исемдәге мәҙәниәт һәм ял паркында үткән сараларҙа сығыш яһай. Ғөмүмән, аристарыбыҙ һәр ваҡыттағыса мәҙәни сараларҙың уртаһында гөрләй.
Читайте нас: