Бына улар беҙҙең таланттар: Өфө дәүләт сәнғәт институтынан – Фәнил Ҡарасурин менән Сәлимә Солтангәрәева, Сибай сәнғәт кол-леджынан – Ирек Ибраһимов менән Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжынан – Илнур Атйетәров.
Әйткәндәй, йәштәр беренсе көндә үк ең һыҙғанып бурыстарына тотондо. Уларҙы 12 сентябрҙә үтәсәк “Театр төнө – 2018” акцияһы һәм 3 октябрҙә өр-яңы премьера (режиссер Зиннур Сөләймәнов М. Буранғолов пьесаһы буйынса “Буранғолов. Ашҡаҙар” спектаклен ҡуя) көтә бит.
Шулай итеп, хөрмәтле тамашасылар, был миҙгелдә йәштәр талантын һынарға әҙерләнегеҙ. Улар ҡатнашлығында матур-матур спектаклдәр сәхнәнән дә төшмәҫ әле.