Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
25 Сентябрь 2018, 14:21

Ижад донъяһының сиге юҡ

Республика сәнғәт донъяһында ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә дан-шөһрәт ҡаҙанған ике ҙур коллектив – Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры менән Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһы берләшеп эшләүгә 5 йыл ваҡыт уҙҙы. Ошо ҙур сәнғәт усағы, әлбиттә, әлеге коллективтарҙың 25 йылдан ашыу тарихына таянып, үтелгәндәрҙе барлап, киләсәкте күҙаллап ижади эшмәкәрлеген дауам итә. Үҙенсәлекле юбилей, бер ҡарауға, аҙ ғына ваҡыт үткән кеүек, әммә яулаған уңыштары, халыҡҡа күрһәткән хеҙмәттәре бихисап. Уны Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Харис ӘБДРӘХИМОВ етәкләй башлау менән эштәр айырыуса йәнләнде. Уңыштарҙың серен асыҡ-лау маҡсатында Харис Зәбих улының үҙенә мөрәжәғәт иттек.

Берҙәмлектә – көс
– Харис Зәбих улы, Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһен етәк-ләүегеҙгә лә ике йылдан ашыу ваҡыт үтте. Күренеүенсә, берләшмә тынғы белмәй эшләй. Әленән-әле яңы премьералар, төрлө проекттар тыуып тора. Тимәк, ваҡыт һынауҙарын үткән һайын, ул нығына һәм олпатлана ғына бара.
– Башҡортостан Мәҙәниәт ми-нистрлығы етәкселеге был абруйлы мәҙәниәт һәм сәнғәт усағын етәкләүҙе ышанып тапшырғас, халыҡты сифатлы сығыштар менән тәьмин итеү – төп маҡсатҡа әүерелде. Ошо изге маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн бөтә шарттар ҙа бар тиерлек: беҙҙең ҡарамаҡта – ике тамаша залы (бәләкәй һәм оло) һәм дискозал. Берләшмәлә алты ижади коллективты, административ-идара итеү персоналын, артистарҙы хеҙмәтләндереү цехтарында эшләүселәрҙе иҫәпкә алып, 250-нән ашыу хеҙмәткәр эшләй.
Ғөмүмән, һәр эш тәртип, яуаплылыҡ һәм намыҫ менән эшләүҙе талап итә. “Берҙәмлектә – көс” тигән девизға тая-нып эш итеү яҡлымын, сөнки беҙ – бер команда. Юғары һөҙөмтәләргә тик оҫта ойоштороу аша һәм коллектив хеҙмәт менән генә ирешергә мөмкин.
– Ошондай олпат сәнғәт усағының киләсәккә пландары ла, башҡарылған эштәре лә, алға ҡуйылған бурыстары ла күп яҡлы һәм бай. Сәнғәт диңгеҙендәге оло караптың капитаны булараҡ, нимә әйтерһегеҙ?
– Беҙҙең бурыс – халыҡты йылына 680 тамаша (280 спектакль, 400 концерт) менән тәьмин итеү. Был тәңгәлдә эштәребеҙ яйлы бара. Быйылғы ижад миҙгелендә лә тамашасыларыбыҙ иғтибарына өр-яңы алты спектакль һәм егерме бер концерт программаһы тәҡдим итәсәкбеҙ. Быйыл да ике премьера – М.Буранғоловтың пьесаһы буйынса “Буранғолов. Ашҡаҙар” музыкаль драмаһы һәм С.Ильясовтың “Биғылый” романына нигеҙләнгән спектакль “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” проекты буйынса ҡуйыласаҡ. Был премьералар өҫтөндә талантлы режиссерҙар Зиннур Сөләймәнов менән Айрат Абушахманов эшләй.
“Башҡортостан” киностудияһы менән берлектә беҙҙә төшөрөлгән фильмдар республикала ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә танылыу яуланы. Халыҡ яратып ҡараған (проекттың ҡуйыусыһы Руслан Юлтаев) “Күңелле йәшәйбеҙ” проектын дауам итәсәкбеҙ. Шулай уҡ, берләшмә сиктәрендә Рәил Лоҡманов етәкселегендә “Торатау” халыҡ бейеүҙәре балалар ансамбленең һәм Катрина Дүшәнбаеваның балалар театр студияһы эшләп килеүе лә йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә.
Республика кимәлендә иғлан ителгән “Ғаилә йылы”, Республиканың 100 йыллығы кеүек мөһим даталарға ярашлы спектакль һәм концерт программалары планлаштырыла. Бигерәк тә декабрь айында ғәйәт ҙур тамаша - “Урал ле-гендалары. Торатау” тип аталған мюзикл көтөлә. Был проекттың режиссеры – Лира Фәйзуллина, ә сценарий авторы – Сәрүәр Сурина, композиторы – Урал Иҙелбаев.
Алдағы йыл – Рәсәй буйынса Театр йылы тип иғлан ителәсәк. Был юҫыҡта әле үк ҙур пландар менән йәшәйбеҙ.
– Артистарыбыҙҙы ҡайҙа ла дәррәү алҡыштар менән ҡаршы алалар.
– Беҙҙең гастролдәр географияһы киңәйҙе. Үткән ижад миҙгелендә артистарыбыҙ Үзбәкстан, Ҡаҙағстан республикаларында, Себер яҡтарында, Дондағы Ростов, Мәскәү, Анапа, Ҡазан, Әлмәт ҡалаларында, Һарытау, Һамар, Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә, Краснодар крайында милләттәштәребеҙ йәшәгән өлкәләрҙә гастролдәрҙә булып ҡайтты.
Сәнғәт әһелдәре
һәм йәштәр
– Хәҙерге заман тамашасыһы бик талапсан. Уның зауығына ярашлы сәхнә әҫәрҙәре тыуҙырыу еңелдән түгел. Был йәһәттән үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнау дөрөҫ булмаҫ ине.
– Тамашасыларҙың йәш категори-яһына ҡарап, заман кешеһенең зауығын иҫәпкә алып төҙөлгән репертуарыбыҙ бай һәм төрлө. Сөнки ижад күп төрлөлөктө һәм көтөлмәгәнлекте ярата. Нәҡ ошоларҙы күҙ уңында тотоп, талантлы режиссерҙарҙы, танылған сәнғәт әһелдәрен үҙебеҙгә саҡырабыҙ. Былтыр Мәскәүҙән Антон Федоров, Санкт-Петербургтан Максим Соколов, Йәштәр театрынан Мәсәлим Күлбаев, “Нур” театрынан Илдар Вәлиев, Стәрлетамаҡта башҡорт театрына нигеҙ һалыусы Гөлдәр Ильясова кеүек абруйлы режиссерҙар ҡуйған спектаклдәр менән тамашасыны һөйөндөрҙөк. Артабан беҙҙең ижад майҙанында эшләгән билдәле шәхестәр исемлеген хореограф Сулпан Асҡарова, композитор Илшат Яхин, театр белгестәре Динә Дәүләтшина, Айһылыу Сәғитова һәм Гөлсәсәк Саламатова дауам итә.
– Оло быуын вәкилдәренә лә ҙур иғтибар бирелә. Был тәңгәлдә эштәр нисек ойошторолған?
Эйе, беҙҙә ветерандар советы, профсоюздар ойошмаһы бик әүҙем эшләй. Бик күп йылдар беҙҙә хеҙмәт юлын үтеп хаҡлы ялға сыҡҡан ветерандарыбыҙҙы бер ҡасан да онотмайбыҙ, спектаклдәргә һәм концерттарға саҡырып торабыҙ. Форсаттан файҙаланып, уларҙың барыһын да 1 октябрь - Оло йәштәгеләр көнө уңайынан ихлас ҡотлайым.
– Берләшмәлә яңы кадрҙар ҙа күренә...
– Эйе, быйыл йәштәр килде. Өфө сәнғәт институтынан Фәнил Ҡарасурин менән Сәлимә Солтангәрәева, Сибай сәнғәт колледжынан Ирек Ибраһимов, Учалы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжын тамамлап килгән Илнур Атйетәровтарға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ.
Буласаҡ кадрҙарҙы алдан күҙаллап, беҙ быйыл Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы менән актерлыҡ оҫталығы һәм хореография буйынса 2019 йылда махсус төркөм асырға килешеү төҙөргә уйлайбыҙ.
– Ошо йылдар эсендә табыштар менән бергә юғалтыуҙар ҙа булғандыр...
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғалтыуҙар ҙа бар... Быйыл оло йөрәкле шәхес, талантлы актер Азамат Хәлилов арабыҙҙан китте... Киләсәктә бындай оло ҡайғылар барыбыҙҙа ла урап уҙһын ине...
Эшләргә лә эшләргә
– Харис Зәбих улы, ситтән ҡарағанда барыһы ла яҡшы, уңыштар менән бергә проблемаларығыҙ ҙа юҡ түгелдер?
– Иң беренсе, артистарыбыҙҙың эштәре уңышлы барһын өсөн тейешле шарттар булдырырға тырышабыҙ. Автопаркты яңыртырға кәрәк. Матди-техник базаға килгәндә, бинаның ҡы-йығына өлөшләтә ремонт яһалды. Хәүефһеҙлек буйынса байтаҡ ҡына заманса ҡорамалдар булдырылды. Ҡыҫҡаһы, зарланып ултырыуҙан файҙа юҡ. Эштәр күп, ең һыҙғанып эшләргә лә эшләргә генә ҡала.
– Тамашасыларға әйтер һүҙегеҙ...
– Ҡәҙерле дуҫтар, беҙ һеҙҙең өсөн эшләйбеҙ. Яңы ижад миҙгелендә барығыҙҙы ла күреүебеҙгә шат булырбыҙ, бигерәк тә 27 сентябрҙә концерт миҙгелен, 3, 4 октябрҙә театр миҙгелен асыу тантаналарында көтөп ҡалабыҙ.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Киләһе ижад миҙгелдәрендә уңыштар теләп ҡалабыҙ.
PS. Аҙ һөйләр – күп эшләр ир уҙаманы, тиҙәр Харис Зәбих улы кеүектәр тураһында. Тап уның кеүек етәкселәр булғанда һөҙөмтәләр ҙә оҙаҡ көттөрмәҫ.
Читайте нас: