Документаль фильм Өфө-Палдиски киноэкспедицияһы барышында төшөрөлә. Ижади төркөм Салауат Юлаев һәм уның атаһы Юлай Аҙналиндың XVIII быуаттағы Пугачев ихтилалы баҫтырылғандан һуң һөргөнгә тиклем барған юлынан үтә. Маршрут Рәсәйҙең, Эстонияның 12 ҡалалары аша үтеп, 5 мең саҡырым тәшкил итә. Экспедицияла ҡатнашыусылар һәр ҡалала урындағы тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, яҡташтар менән осрашып, батырҙар булған ерҙәрҙә йөрөй. Фильмда ике мәғәнә күҙ уңында тотола: унда экспедициянан документаль юл киноһы һәм төп геройҙарҙың фәлсәфәүи диалогтары һүрәтләнә. Ролдәрҙе Башҡорт театры актерҙары уйнай: Салауат — Морат Рафиҡов, Юлай – Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров.