Уҙған йылдар эсендә Сибай филармонияһы бар яҡлап та үҙен таныта һәм ул яңынан-яңы еңеүҙәргә, бейеклектәргә ынтылып йәшәй. Үҙ дәүерендә коллективҡа республикабыҙҙа билдәлелек яулаған шәхестәр Фәтих Хөснөтдинов, Ринат Ишмуллин, Вәкил Йосоповтар етәкселек итһә, бөгөн концерт-театр берекмәһендә директор вазифаһын Айбулат Ҡотошов атҡара. Етәксенең үткәндәрҙән фәһем алып, бөгөнгөнө уйлап, киләсәкте ҡайғыртып эш итеүе коллективта иртәгәге көнгә ышаныс уята, ижадҡа дәрт өҫтәй.
Башҡорт йыр-моң донъяһында билдәлелек яулаған артистарҙың кемеһен генә алып ҡараһаң да, Сибай филармонияһында эш башлаған, имеш. Шаярыу ҡатыш әйтелгән һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк тә бар. Нәсимә һәм Азамат Тимеровтар, Гөлсөм Бикбулатова, Сәғиҙулла Байегет, Алһыу Бәхтиева, Гөлдәр Ишҡыуатова, Лилиә Ишемйә-рова, Фәрүәз Ур-маншиндар тәүге аҙымдарын нәҡ ошонда яһаған, ҡанаттарын нәҡ Сибай ерендә нығытҡан.
Сирек быуат халыҡҡа мәҙәни хеҙмәт күрһәтеү осоронда Сибай филармонияһы үҙ йөҙөн булдырҙы, үҙ тамашасыларын тапты. Ул ғына түгел, халҡыбыҙ мәҙәниәтенә һәм сәнғәтенә тос өлөш индереүен дауам итә.