Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
16 Октябрь 2018, 13:26

Герой характерында – дәүер һулышы

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры яңынан-яңы премьералары менән тамашасыны һөйөндөрөп тора. Ғәҙәттә, премьеранан һуң тамашасыларҙа төрлө фекерҙәр тыуа. Бөгөн һүҙебеҙ – күптән түгел театр сәхнәһендә ҡуйылған “Буранғолов. Ашҡаҙар” спектакленең премьераһы тураһында.

Зәки ӘЛИБАЕВ, БР Яҙыусылар союзы рәйесе:
– М.Буранғоловтың “Ашҡаҙар” пьесаһы – иң тәүге әҙәби әҫәрҙәренең береһе. Уны Стәрлетамаҡта театр асылғас, махсус рәүештә яҙа һәм унда ҡуйыла. Бына йөҙ йыл үткәс, талантлы режиссер Зиннур Сөләймәнов был әҫәрҙе ҡабаттан сәхнәгә сығарҙы.
Сәсәндең яҙмышы ғына сағылып ҡалмай, ә тотош дәүер һулышы герой характеры аша асыла. Был халыҡ сәсәненең юбилейына бик күркәм бүләк булды. Режиссер пьесаны сәхнәгә күп планлы, полифоник алымды ҡулланып, бик ҡыйыу аҙым яһай, “Өс Д” форматын хәтерләтеп ҡуя. Спектаклдә Ш.Бабич шиғырҙарының яңғырауы тағы ла рухты күтәрә. Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы алдынан халҡыбыҙға оло бүләк булды. Төп ролде башҡарған Рафиҡ Хәсәновтың уйнауы хайран итте. Артистың өр-яңы аҙымы булды, минеңсә.
Рәйсә ИЛИШЕВА, БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы:
– М.Буранғоловтың “Ашҡаҙар” пьесаһы, бер быуат самаһы ваҡыт үткәс, ҡабаттан стәрлеләргә әйләнеп ҡайтты. Шуға күрә уны ябай постановка тип кенә әйтеү аҙ, был – ҡаланың мәҙәни тормошонда ҙур мәғәнәгә эйә ваҡиға. Ысыны шунда: тамашасы алдына Стәрлетамаҡ тарихының данлы-шанлы биттәре баҫты. Тыуған ҡалабыҙҙа халыҡ яҙмышына йоғонто яһарҙай ҙур ҡарарҙар ҡабул ителгән, бында автономия алыу тарихында ҙур роль уйнаған, исеме һәр кемгә таныш шәхестәр йәшәгән һәм эшләгән.
Стәрлетамаҡта ҡуйылған спектаклдә тарих биттәре М.Буранғолов образы аша асыла. Ул – ҡатмарлы яҙмышҡа дусар шәхес. Төп ролде башҡарыусы Рафиҡ Хәсәнов тамашасының йөрәгенә ятырлыҡ яғымлы һәм күп яҡлы образ тыуҙырҙы. М.Буранғолов сәхнәлә олпат та, уйсан да, аҡыл эйәһе лә булып һынлана, шул уҡ ваҡытта ул – эсендә мең төрлө ут янған драматик фигура ла. Марат Зөбәйеровтың сәхнәлә тотошо, телмәре бик тәбиғи килеп сыға. Ул был юлы тәфтишсе ролен башҡарҙы. Унда Сталиндың да, Гитлерҙың да һыҙаттары күренеп ҡалғандай булды. М.Зөбәйеров тоталитар режимдың шәхескә ҡарата ҡот осҡос йоғонтоһон ошо режимды тотоп торған, емереүсе машинаға әйләнгән әҙәмдә күрһәтеп, тамашасыны тетрәндерҙе.
Вәсилә ХАЛИҠОВА, Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе:
– Буранғоловтың үҙенең тормошон һәм уның “Ашҡаҙар” пьесаһын икеһен айырым ике спектакль итеп ҡуйырлыҡ. Мөхәмәтша Буранғоловтың биографияһы “Ашҡаҙар”, “Башҡорт туйы”, “Шәүрәкәй” һ.б. әҫәрҙәренән өҙөктәр менән аралаштырылып алып барылһа, бәлки, күпкә отошлораҡ булыр ине. Спектакль оҙаҡ бара. Күп һүҙлелек һиҙелеп ҡала. Ҡайһы бер урындарҙа һүҙҙәр йотола. Ялҡытҡыс оҙон һөйләмдәр урынына конкрет асыҡ һүҙбәйләнештәр булһа, яҡшыраҡ булыр ине.
Әлбиттә, спектакль өҫтөндә эшләйһе эштәр күп әле. Еренә еткереп ҡабаттан эшләгәндә, бына тигән әҫәр килеп сығасаҡ.
Читайте нас: