Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
23 Октябрь 2018, 19:08

Сит тарафтарҙа ла йөрәктәрҙе арбай “Йөрәктау”

Могилев ҡалаһында Белоруссия һәм Рәсәй төбәктәренең V форумы сиктәрендә “Йолалар берҙәмлеге” фольклор сәнғәте байрамы уҙҙы.

Сарала Коми, Дағыстан, Марий Эл, Саха (Яҡут) республикаларынан, Белгород, Брянск, Вологодск, Курск, Нижегород, Һамар, Смоленск, Калуга өлкәләренән, Ханты-Манси автоном округынан килгән вәкилдәр ҡатнашты. Башҡортостанды мәртәбәле сарала ҡаланың “Йөрәктау” халыҡ фольклор ансамбле сағылдырҙы.
– Бик күп ерҙәрҙә сығыш яһайбыҙ, ә был юлы ҡала хакимиәте һәм БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы ярҙамында фольклор сәнғәте байрамында ҡатна-шырға насип булды, сәйәхәт ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы, – ти ансамблдең етәксеһе, Баш-ҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әлфиә Зөбәйерова.
Ансамбль төп сәхнәлә байрамды асыуҙа ҡатнашҡан, төп сәхнәлә (йондоҙҙар майҙанында) һәм бәләкәй сәхнәлә (оҫталар майҙанында) концерт программаһы менән сығыш яһаған. Тамашасылар “Йөрәктау” ансамбленең сығышын ифрат та йылы ҡабул иткән, милли костюмдарға һоҡланып баҡҡандар, ха-лыҡ музыка ҡоралдары – ҡурай, ҡубыҙ, доңғор менән ҡыҙыҡһынғандар. Хатта билдәле сәйәсмән Валентина Матвиенко туҡтап, бер нисә минут һоҡланып ҡарап торған. Әлбиттә, халҡыбыҙҙың милли аштарын ауыҙ итеүселәр һәм “йөрәктау”ҙар менән бергәләп фотоға төшөүселәр ҙә булған. Ғөмүмән, “Йолалар берҙәмлеге” байрамы унда ҡатнашыусыларҙа яңы сағыу тәьҫораттар ҡалдырған һәм артабанғы хеҙмәттәшлеккә офоҡтар асҡан.
Әлбиттә, бындай ҙур сараларҙа ҡатнашыуҙы һәр кемгә лә ышанып тапшыр-майҙар. Шуға коллективтың абруйы юғары икәнлеге тураһында әйтеп тә тораһы түгелдер. Уларҙың 2019 йылдың авгусында Коми Республикаһында үткәрелә-сәк Төбәк-ара йәштәр этно-фольклор фестивале “Кой-дыс”ҡа саҡырыу алыуы ла күпте һөйләйҙер. “Йөрәктау” ансамблен ихлас йөрәктән ҡотлайбыҙ һәм артабан да ҡала шөһрәтен, данын сәнғәтегеҙ аша йөрәктән-йөрәккә ет-кереүегеҙҙе теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас: