Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
22 Ноябрь 2018, 14:29

Мостай Кәримдең шәхси әйберҙәрен һәм уның хаҡында уникаль материалдарҙы күрергә мөмкин

Өфөлә күренекле башҡорт шағиры Мостай Кәримдең шәхси әйберҙәрен һәм уның хаҡында уникаль фотоматериалдарҙы күрергә мөмкин.

Милли йәштәр театрында республикабыҙҙың һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең юбилейҙарына арналған «Быуат параллелдәре» тигән ҙур күргәҙмә асылды. Яҙыусының тормошона һәм ижадына бағышланған эскпозиция 10 фотобүлектән һәм өс витринанан тора.
Плакаттарҙа — Мостай Кәримдең тыуған яғы һәм бала сағындағы фотоһүрәттәре, уның фронттағы көндәре, ижади, йәмәғәтселек һәм дәүләт эшмәкәрлеге, ғаиләһе, сәхнә әҫәрҙәре, лайыҡлы наградалары һәм хәтерен мәңгеләштереү тураһында материалдар.
«Күргәҙмәгә Мостай Кәримдең шәхси әйберҙәре — ҡул сәғәте, уның сәй эскән сынаяғы, авторучкаһы, сувенирҙар, ҡыҙының һәм улының автографтары менән китаптар, театр программалары, 1943-1944 йылдарҙағы «Советский воин» фрон гәзиттәре төпләме (ул унда хәбәрсе булып эшләгән) ҡуйылған», — тип һөйләне экспозиция авторы — Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәре Радмил Абдрахманов.
Театрҙа асылған икенсе күргәҙмә Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына һәм үҫешенә арналған. Ул Милли музей коллекцияһы материалдарынан эшләнгән һәм төрлө йылдарҙағы фотоһүрәттәр, әйберҙәр ярҙамында тотош дәүерҙе сағылдыра.
Күргәҙмә проекты — «Быуат параллелдәре» мәҙәни-ағартыу һәм күргәҙмә саралары циклының бер өлөшө генә. Асыу тантанаһында йыйылыусыларҙы Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова, Милли музей директоры Марат Зөлҡәрнәев сәләмләне, артистар Хима Йәнбирҙина һәм Зөһрә Вәлиева сығыш яһаны. Күргәҙмә менән тәүгеләрҙән булып Өфө уҡыусылары һәм студенттары танышты.
«Быуат параллелдәре» күргәҙмәһе 26 ноябргә тиклем эшләй. Уны республиканың төрлө ҡала һәм райондарында күрһәтеү күҙаллана.
Күргәҙмәне асыу тантанаһынан һуң «Быуат параллелдәре» циклы ғилми-ғәмәли конференцияһының пленар өлөшө булды. Билдәле ғалимдар, тарихсылар, яҙыусылар республиканың барлыҡҡа килеүе, Башҡортостан әҙәбиәтенең үҫеше, Мостай Кәрим әҫәрҙәрендә шәхес тураһында докладтар менән сығыш яһаны.
http://www.bashinform.ru/news/1241688-v-ufe-mozhno-uvidet-lichnye-veshchi-mustaya-karima-i-unikalnye-materialy-o-nem/
Читайте нас в