Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
23 Ноябрь 2018, 14:03

Еркин Тукумов Башҡортостанда Ҡаҙағстан көндәрен үткәреү тәҡдимен индерҙе

Ҡаҙағстан Республикаһының Ҡазан ҡалаһындағы Генераль консуллығы делегацияһы Башҡортостанға эш сәфәре менән килде.

«Республикаларыбыҙҙың үҙ-ара эш итеүе буйынса юл картаһын әҙерләргә тәҡдим итәбеҙ, уға иҡтисади, мәҙәни һәм мәғлүмәти хеҙмәттәшлек мәсьәләләре инергә тейеш. Башҡортостанда Ҡаҙағстан мәҙәниәте көндәрен һәм Астанала Башҡортостан мәҙәниәте көндәрен уҙғарыу тәҡдиме бар, күптән булғаны юҡтыр тип уйлайым», — тип белдерҙе Ҡаҙағстан Республикаһының Ҡазандағы генераль консулы Еркин Тукумов. Ул беҙҙең халыҡтарҙың теле, мәҙәниәте һәм ғөрөф-ғәҙәттәренең уртаҡ булыуын билдәләне.
Республика ойошторолоуҙың 100 йыллығына һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейына бәйле саралар уҙғарыласағын белгәс, генераль консул мәҙәни ваҡиғалар туризмы һәм мәғлүмәт алмашыу өлкәһендә берлектәге бәйләнештәрҙе үҫтереү мөмкинлектәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов ҡунаҡты Башҡортостан медиаөлкәһе үҫешенең үҙенсәлектәре һәм хәҙерге торошо менән таныштырҙы, уға башҡорт телендәге «Ағиҙел» һәм «Башҡортостан ҡыҙы» журналдарын бүләк итте.
«Башинформ» агентлығының генераль директоры Максим Ульчев 2017 йылдың авгусында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы һәм «Казинформ» халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығы араһында хеҙмәттәшлек тураһында ике яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылыуы хаҡында һөйләне. «Башинформ» агентлығы таҫмаһында Ҡаҙағстан коллективтары йәки Башҡортостандың ҡаҙаҡ диаспораһы ҡатнашҡан «Науруз», «Туғанлыҡ», «Берҙәмлек», «Урал моңо» фестивалдәре яҡтыртыла.
Генераль консул билдәләүенсә, Өфө юғары уҡыу йорттарындағы сит ил студенттарының иң ҙур төркөмө — Ҡаҙағстандан, 600-гә яҡын кеше.
«Тура авиарейс асыу үтенесе бар. Рейс асһаҡ, бизнес та, туризм да үҫешә башлар. 2019 йылда һеҙҙә бик күп ваҡиғалар була, беҙҙең дә тәҡдим итерлек саралар бар», — тине Еркин Тукумов.
Генераль консул Ҡаҙағстан сигенең иң ҙуры — яҡынса 7,5 мең саҡрымының Рәсәйгә тура килеүен әйтеп үтте. Республикала өс телгә күсеү бара: Ҡаҙағстанда йәшәүселәр ҡаҙаҡ, рус һәм инглиз телдәрен белергә тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1242184-erkin-tukumov-predlozhil-provesti-dni-kultury-kazakhstana-v-bashkortostane/
Читайте нас: