Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
23 Ноябрь 2018, 13:56

Кем һин, Биғылый?

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында яҙыусы Спартак Ильясов менән осрашыу үтте. Сараға шулай уҡ уның ҡатыны, шағирә Гүзәл Ғәлиева ла килгәйне. Осрашыуҙа һүҙ һуңғы ваҡытта башҡорт әҙәбиәтенә ғашиҡтарҙың теленән төшмәгән Спартак ағайҙың “Биғылый” романы буйынса барҙы.

Осрашыуҙың театрҙа ойошторолыуы осраҡлы түгел. Теүәл бер аҙнанан унда ошо роман буйынса сәхнәләштерелгән спектакль премьераһы үтәсәк. Әлеге мәлдә Режиссер Айрат Әбүшахманов артистар ме-нән иртәнән кискә тиклем постановка өҫтөндә эшләй. Романды сәхнә әҫәре итеүҙә Гүзәл Ғәлиева күп көс һалған.
Башҡорт әҙәбиәте донъяһы Спартак Ильясовты ҙур күләмле башҡа китаптары аша ла белә. Ул әҙәбиәткә ХХ быуаттың 60-сы йылдарында тәүге аҙымдарын яһай. Уның шул йылдарҙа “Сәлим бабай”, “Ышан, атай”, “Һунарсы йөрәк”, “Юғалған йондоҙ” тигән хикәйәләре күренеп ала, тик ижади эшмәкәрлеге оҙаҡ йылдар туҡтап тора һәм һуңғы осорҙа яҙыусының ҡомары өр-яңынан тоҡанды. Ул хәҙер уҡыусыларға “Барын-Табын хәтере”, “Яраһаҙ яралары”, “Ҡолой кантон”, “Йө-рөк ҡола” повестары һәм “Биғылый” романының авторы булараҡ таныш. Ваҡытында Спартак Ильясовтың колхоз рәйесе, совхоз директоры вазифаларын башҡарыуы, район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығында эшләүе, тор-мош тәжрибәһе уның әҫәрҙәренең бай йөкмәткеһендә сағыла. Профессор Рафаэль Аҙнағолов әйткәнсә, Спартак Ильясов үҙенең әҫәрҙәрендәге йор һүҙе, диалект һөйләше менән башҡорт тел ҡаҙнаһын йөҙгә яҡын лексик берәмеккә байытты.
Сарала башлыса роман, уның яҙылыу тарихы тураһында һөйләшеү булды. Осрашыуҙың башында уҡ “Романығыҙ ниндәй ваҡиғанан орлоҡ алды? – тип һорағас, әҙип аяғүрә баҫып:
– Был булған хәл. Романдың төп геройы хаҡында урмансыларҙан ишеттем. Һуңынан тау-таш араһында йәшәгән кешенең үҙе менән барып таныштым, тарихын тыңланым”, – тип башланы һүҙен. Артабан бәйән итеүенән фашистарға әсирлеккә эләгеп, һуңынан немецтарҙың штрафбатына ебәрелеп, унан ҡасып та йәмғиәткә кире ҡайта алмаған кеше күҙ алдына баҫты. Биктимерҙең (романдың төп геройы) ғағауз ҡыҙы Гөлзадаға булған саф һәм аяныслы мөхәббәте, тотҡонлоҡта күргән михнәттәре, һуғыштан һуңғы ваҡиғалар сылбыры… Ул ғына булһа әле, ғүмеренең ахыр сәғәте лә был әҙәмде шул тау-таш араһында тап итә: Йүрүҙәндең ҡаялыҡҡа һырылып тарайған ике яры аша ҙур йыуан ҡарағас йығылып, күп йылдар буйы күпер хеҙмәтен үтәгән. Биктимер ҡарағас аша атлап үтеп барғанда тайып, уның ботағы осона йығыла һәм ботаҡ кәүҙәһенең яртыһынан үтәнән-үтә сыға. Ошо мәлдә лә ярҙам булмай уға, хәйер, үлек кәүҙәһе лә кипкәнсе эленеп тора, табыусы ла, эҙләүсе лә булмай… Фашистарға ҡаршы көрәшеүсе әсир-леккә эләккәс, инде үҙебеҙҙекеләр өсөн дошманға әйләнә: “…Уй-
лап ҡараһаң, осорҙо ла, уның йәмғиәте сәйәсәтен дә кеше үҙе, шул осор кешеләре тыуҙыра. Сәйәсәт иҡти-сад үҫешенең юлын билдәләй. Кешелек йәмғиәте үҙенең теләгенә ауаздаш ҡоролош тапҡаны юҡ әле. Барлыҡ тарих ҡоролоштарҙың үҙ-ара көрәшенән, ҡораллы һуғышынан ғибәрәт. Үҙ күҙҙәрем менән күргәндәрҙе генә яҙҙым. Биктимер үҙе һөйләгәндәрҙе бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушты. Сөнки тапһалар – атырҙар тип ҡурҡа ине. Вәғәҙә-иман. Мин Урман кешеһенә биргән һүҙемдә торҙом,” – тип һүҙен тамамланы яҙыусы. Әҙип тәғлимәтендә миллиондарҙың күңел торошо ла, йәмғиәттәге ысынбарлыҡ та сағыла бит.
Һөйләшеү дауам иткән арала китапҡа инмәй ҡалған тарихи ваҡиғаларҙың барлығы ла мәғлүм булды, ләкин “Уйығыҙҙа йөрөткән тарихығыҙ бармы?” – тигән һорауға әҙип: “Бөтәһен дә һөйләп булмаҫ”, – тип яуапланы. Шул уҡ ваҡытта “Ҡара мөһөр” тигән яңы әҫәре өҫтөндә эшләүен дә йәшермәне.
Ә артистар сәхнәлә Спартак Ильясовтың “Биғылый”ы аша әсирлеккә эләккән йәки хәбәрһеҙ юғалған мил-лионлаған совет һалдатына мәңгелек һәйкәл һала алырмы? Быныһы инде премьерала билдәле булыр.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Руслан ЮЛТАЕВ фотоһы.
Читайте нас: