Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
26 Ноябрь 2018, 15:12

Рудольф Нуриевтың француз биографы Ариан Дольфюс Парижда «Визит» фильмын күрһәтә

Легендар бейеүсе һәм танылған хореограф Рудольф Нуриевтың юбилейына Париждағы Рәсәй фән һәм мәҙәниәт үҙәге «Нуриев миҙгелдәре» юбилей проекты сиктәрендә өс көнлөк кинофестиваль уҙғара.

Кинофорум программаһына документаль һәм нәфис фильмдар, шул иҫәптән башҡорт режиссеры Булат Йосоповтың «Визит» картинаһы ла индерелгән. Сара 5 декабрҙә була.
Тамашасыларға фильмды француз журналисы һәм театр тәнҡитсеһе Ариан Дольфюс күрһәтә. Ул унан бер нисә тапҡыр интервью алған. «Рудольф Нуриев. Ярһыу даһи» китабы авторы булараҡ билдәле.
«Визит» — күренекле балет артисы, бала сағы Өфөлә уҙған Рудольф Нуриевҡа бағышланған ҡыҫҡа метражлы нәфис фильм. Ул Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы булышлығында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты сиктәрендә төшөрөлгән. 2014 йылда картина республика прокатына сыҡты.
Фильм Рудольф Нуриев менән бәйле реаль эпизодҡа нигеҙләнгән. 1977 йылда Өфөгә рәсми сәфәр менән Иорданиянан король ғаиләһе Динә бин Әбдел Хәмид килә. Уның ысын маҡсаты Рудольф Нуриевтың әсәһе менән осрашып, уға улынан хәбәр еткереү була.
http://www.bashinform.ru/news/1242414-frantsuzskiy-biograf-rudolfa-nureeva-arian-dolfyus-predstavit-film-vizit-v-parizhe/
Читайте нас: