Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
27 Ноябрь 2018, 11:57

«Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡовтың исеме бирелә

Башҡортостан Хөкүмәтендә «Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡовтың исемен биреү тураһында бойороҡ әҙерләнгән.

Был хаҡта республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр иткән.
«Бөгөн республиканың үҙенең киностудияһы, башҡорт киноһын төшөрөү өсөн шарттар һәм мөмкинлектәр булыуында Әмир Ғәбделмән улының өлөшө ҙур, — тине Шафиҡова. — Тап ул телевидениела эшләгән һәм фильмдар төшөргән йылдарҙа республика етәкселеген тулы метражлы нәфис фильмдар өсөн шарттар тыуҙырыу кәрәклегенә ышандыра. Бөгөн уның эшен дауам иткән кинематографистарҙың йәш быуыны киностудияға Әмир Абдразаҡовтың исемен биреү тәҡдимен индерҙе. Республика Башлығы ҡарамағындағы Мәңгеләштереү комиссияһы ла башланғысты бер тауыштан хупланы. Яҡын көндәрҙә «Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡовтың исемен биреү тураһында бойороҡ баҫылырға тейеш».
Әмир Ғәбделмән улы Абдразаҡов — башҡорт актёры, сценарист һәм кинорежиссер. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2006). 1934 йылдың 15 ғинуарында Ырымбур өлкәһе Александровка районы Ҡәйепҡол ауылында тыуған. 1959 йылда А. В. Луначарский исемендәге Дәүләт театр һәм сәнғәт институты (ГИТИС) ҡарамағындағы башҡорт студияһын тамамлаған (О. И. Пыжова һәм Б. В. Бибиков класы). 1959-1962 йылдарҙа — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия театрында актер. 1962 йылдан Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радио тапшырыуҙары комитетында режиссёр булып эшләй. 50-гә яҡын телевизион фильм төшөргән, шул иҫәптән Башҡортостан телевидениеһында тәүге тапҡыр Я.Хамматовтың «Бөртөкләп йыйыла алтын» (1979) һәм Ғ. Ибраһимовтың «Кинйә» (1986) романдары буйынса күп сериялы нәфис телефильмдар.
2006 йылда Әмир Абдразаҡов «Һынмаҫ рух» документаль фильмы өсөн Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.
http://www.bashinform.ru/news/1243174-kinostudiya-bashkortostan-na-dnyakh-poluchit-imya-amira-abdrazakova/
Читайте нас в